Башҡорт теле йылы
2 Июня 2020, 08:05

ТӘҮГЕ ҠОРОЛТАЙҘАР ИҢ МӨҺИМ ЙЫЙЫЛЫШ БУЛЫП ҠАЛА!

“Ҡоролтай” – ябай ғына бер һүҙ. Ул – йыйылыш, йыйын мәғәнәһен аңлата. Башҡорттар йәмғиәте тормошонда Ҡоролтай үткәреү боронғо замандарҙан уҡ килде һәм халыҡ йәшәйешендә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итте.

78 йыл үткәс...
Февраль һәм Октябрь революцияларынан һуң, Ырымбурҙа, Өфөлә бер-бер артлы өс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары үтте. Уларҙың төп бурыстары – Башҡортостан автономияһын, хөкүмәтен төҙөү булды. артабан, 78 йыл Ҡоролтай саҡырылманы. Тик 1995 йылда ғына Башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов указы менән үткәрелде. Дөрөҫөн әйткәндә, был яңы тормошобоҙҙоң I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булды. Был форумдың төп бурысы башҡорт халҡын үҫтереү, уның телен, тарихын, рухын, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, милләтебеҙҙе башҡа халыҡтар менән бергә ҡеүәтле һәм үҫешкән итеү мәсьәләләрен тикшереп, тормошҡа ашырыу Программаһын төҙөү ине. Һөҙөмтәлә, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мөһим һәм изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа оло һәм күп төрлө хеҙмәт эшмәкәрлегенең башланғысы булып ҡалды.
Ә инде II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында тәүге ҡоролтайҙа ҡуйылған төп бурыстарҙың уңышлы үтәлеүе тураһында һүҙ барҙы. Ләкин унда башлыса тикшерелгән мәсьәләләр киңерәк ине: Башҡортостандың иҡтисады һәм халыҡ- тың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, милли мәғариф проблемаларын хәл итеү, “Республика халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу менән бер рәттән демография, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, халыҡтың рухи донъяһы, йәштәрҙе тәрбиәләү, сит яҡта йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү һымаҡ мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Ике ҡоролтайҙы ла республикала һәм башҡа ерҙәрҙә йәшәгән башҡорт халҡы ҙур күтәренкелек, рухланыу менән ҡаршы алды. Ә делегаттар йыйылышта ҡатнашыуҙарын бәхетле ваҡиға тип иҫәпләне.
Бәхет тигәс, Мостай Кәримдең ҡоролтайҙың пленар ултырышында яһаған сығышынан бер нисә фекере иҫемә килеп төштө. Ул саҡта трибунанан бөйөк шағир былай тип әйтте: “Телмәремде мин хәүефтәрҙән арына алмаған, көйһөҙ йылдарҙа онотола килгән, телдән төшә барған бер һүҙҙән башлар инем, ул – “бәхет” тигән һүҙ”.
Үҙенең телмәрендә шағир Башҡортостан еренең гүзәллегенә һоҡланып, уның хазиналарына ғорурланып, тәбиғәтенә һөйөнөп, халҡына ышанып, башланған үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәтләнеп, быларҙың барыһын да бәхет тип атап, был ысынбарлыҡты бәхет бейеклегенә күтәрҙе. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары, башҡорт халҡы яҙмышында, уның тарихында мөһим роль уйнаны. Онотолоп барған тарихыбыҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ – барыһы ла тергеҙеү юлына баҫты. Халыҡ хәтирәләргә бирелде, шәжәрәләр төҙөнө. Яңы тарихи исемдәр асылды. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте күтәрелә барҙы, ғилми эҙләнеүҙәр алып барылды. Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә, компактлы йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылды, мәҙәни хеҙмәттәшлек ойошторолдо.
Дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына
Башҡортостандың һәр бер ҡалаһы икенсе өлкәләге ҡалалар менән дуҫлыҡ күперҙәре һалып, туғандаш ҡалалар булып китте. Күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы беҙҙең Стәрлетамаҡ менән туғандаш ҡала итеп билдәләнде. Беҙ уларҙың ҡала башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаштыҡ, һабантуйҙарында булдыҡ, бүләктәр тапшырҙыҡ, күп кенә китаптар, әсбаптар биреп киттек. Беҙҙең филармония артистары концерт күрһәтте. Һуңынан был күршеләрҙе үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ул осорҙа Магнитогорск ҡала башҡорттар ҡоролтайы, уның етәкселәре Мәүлит Мыҙағәлин, Нәсимә Туҡаева бик әүҙем һәм ҙур теләк менән эшләнеләр. Тора-бара Краснодар крайы башҡорттары, Ҡаҙағыстан Республикаһы Аҡтүбә ҡалаһы башҡорттары, Сорғот башҡорттары менән тығыҙ бәйләнешкә индек. Был эште бигерәк тә, ул саҡта Башҡорт дәүләт драма театры директоры Таһир Искәндәров әүҙем алып барҙы. Стәрлетамаҡ ҡала филармонияһының элекке директоры Әхмәр Әхмәҙуллин Иркутск өлкәһе, Ханты-Манси автономлы округы башҡорттары менән бәйләнеш ойоштороп, концерт бригадаһын алып барҙы. Халыҡ филармония артистарын бик йылы ҡаршы алды. Беҙҙең аралашыу географияһы киңәйгәндән-киңәйә барҙы. Бер заман Үзбәкстан башҡорттары менән дә аралаша башланыҡ. Үзбәкстандағы башҡорт йәштәрен Стәрлетамаҡтың махсус уҡыу йорттарына уҡырға алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ.
Заманында, ҡоролтай эше һәр беребеҙ өсөн яңы эш ине. Нисек был эште башлап ебәрергә, тигән һорау борсоно. Халыҡ менән эш алып барыуы былай ҙа еңел түгел. Ә милли мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – изге лә, нескә лә, сетерекле лә эш. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа бер башҡорт халҡы ғына йәшәмәй. Ул ваҡытта Стәрлелә генә 71 милләт вәкиле йәшәй ине, Башҡортостанда – 120-нән ашыу! Тимәк, бергә эшләргә, дуҫлыҡ юлын табырға, тәжрибәләребеҙ менән уртаҡлашырға ла кәрәк. Тора-бара ҡоролтай эше киңәйҙе, ҡатмарланды. Әгәр ҙә тәүҙә беҙ бөтә иғтибарҙы башҡорт халҡының телен, йолаларын, мәҙәниәтен тергеҙергә бирһәк, хәҙер инде мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә, сит төбәктәрҙәге башҡорттарға ярҙам итеү мәсьәләләре күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәшеү, генофондты һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Ҡоролтай эше – бер кешенең генә эше түгел шул. Эште төрлө тарафта һәм киң масштабта алып барырға кәрәк ине.
Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтлебеҙ!
Иң мөһиме – һәр башҡарған эштең һөҙөмтәһе булырға тейеш. Тыуған республикабыҙҙа ҡоролтай эшен иҫ киткес шәхестәр алып барҙы. Уларҙың араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге етәкселәр, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, сәнәғәт өлкәһе етәкселәре үҙ көстәрен һалды. Улар араһында тәүгеләрҙән Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты әйтер инем, сөнки башҡарылған эштәр, саралар уның ярҙамында тормошҡа ашырылды. Әгәр ҙә етәксенең иғтибары булмаһа – эш һүлпәнәйә, әһәмиәте юғала бара. Бер заман ҡоролтай етәкселәренең аңлайышһыҙ алышыныу дәүерҙәре башланды. Ҡоролтай эшенә йәштәрҙе йәлеп итеү сәйәсәте булдымы, әллә икенсе бер сәбәп табылдымы? Ни булһа ла, рәйестәр бер-бер артлы алышынып торҙо. Ә бит, минеңсә, рәйес итеп аҡыллы, тәжрибәле, халыҡ таныған, абруйлы аҡһаҡалды һайлап ҡуйырға ине.
Әлбиттә, ҡоролтай эшендә күп шәхестәр ҡатнашты. Ләкин иң-иңдәр араһынан бер нисә исемде әйтеп китер инем. Мин улар менән ун йыл бергә эшләп, ярҙамдарын күрҙем. Ошо шәхестәр араһынан Нияз Мәжитовтың, Әхмәт Сөләймәновтың, Румил Аҙнабаевтың, Рәшит Шәкүрҙең, Рауил Бикбаевтың, Фирҙәүес Хисаметдинованың, Ҡәҙим Аралбаевтың, Фәнил Фәйзуллиндың, Буранбай Күсәбаевтың, Марат Аҙнабаевтың, Рәшиҙә Солтанованың, Марс Юлдашевтың, Марат Ҡолшәриповтың, Зөһрә Рәхмәтуллинаның, Нурмөхәммәт Ниғмәтуллиндың исемдәрен әйтер инем.
Кешеләрҙең рухи күтәренкелеге һиҙелеп торҙо!
Бөтә Башҡортостанда башҡарылған эштәрҙе һеҙҙең иғтибарығыҙға килтерә алмайым, ә бына Стәрлетамаҡта башҡарылған эштәрҙең бер өлөшөн әйтеп китеү урынлы булыр. Ҡала халҡы иркен итеп туған телендә аралаша башланы, тантаналы ултырыштар Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башланды, башҡорт телендә ҡотлауҙар, концерт программалары алып барылды. Ҡалала башҡорт драма театры, филармония, бейеү театры асылды. Башҡорт телендә «Ашҡаҙар» гәзите сыға башланы. Урамдарға атаҡлы башҡорт шәхестәренең исемдәре бирелде, таҡтаташтар асылды, башҡорт йолаларына бағышланған саралар үткәрелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, уҡыу йорттары әүҙем эш алып барҙы.
Кешеләрҙең рухи күтәренкелеге һиҙелеп торҙо. Беҙҙең ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән бер рәттән рустар, татарҙар, сыуаштар, мордвалар, украиндар, немецтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре эшләй башланы. Стәрлеләргә ул осорҙа ҡала хакимиәте башлығы булып Спартак Ғәли улы Әхмәтовтың эшләүе бик уңышлы булды. Ул беҙҙең яңы башланғыстарҙы хуплап, ярҙам итеп торҙо. Ул эшләгән кешеләрҙе яратты. Күп эштәрҙе беҙ ҡулға-ҡул тотоноп, уның урынбаҫары Ғәфүр Лотфулла улы Хәйетҡолов менән башҡарҙыҡ, урынбаҫары Рәжәпов Рәшит Шаһит улы күп ярҙам итте. Мин ун йыл буйына үҙемдең фекерҙәштәрем, көрәштәштәрем менән ҡалала ҙур ойоштороу, мәғрифәтселек эштәрен алып барҙым. Уларға бик рәхмәтлемен һәм исемдәрен әйтеп китмәй булдыра алмайым, сөнки барыһы ла хөрмәткә лайыҡлы. Бер тин дә түләүһеҙ әүҙем эшләү – халҡыңа тоғро булыуҙы, эскерһеҙлекте, фиҙакәрлекте аңлата. Бына уларҙың исемдәре: Кәбир Аҡбашев, Нәсимә Собханғолова, Рим Ғәббәсов, Мөкәрәмә Иҫәнғолова, Зөфәр Зиннәтуллин, Зилә Зәйнетдинова, Рөстәм Күзбәков, Фаяз Йомағужин, Фәнүзә Юнысова, Зәлифә Ситдиҡова, Рәмилә Нәзирова, Гөлназ Нәҙерғолова, Альберт Гәрәев, Минзәлә Дәүләтова, Камил Ишбаев, Тимур Мырҙағәлин, Әнисә Шаньязова, Юнир Ғәбиҙуллин, Сәфәрғәле Әхмәҙиев.
Тағы ла өҫтәп әйтер инем – күп кенә завод етәкселәре ҙур ярҙам күрһәтте. Бигерәк тә, Йәғәфәр Әбдрәшитов, Станислав Хисмәтуллин, Рөстәм Рәхимов, Фәрхәт Самедов, Николай Герасимов, Рауил Сәлихов, Фәрит Исхаҡов, Сергей Крижановский, Юрий Никифоров. Мәҙәниәт усаҡтары етәкселәре үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы – бына улар: Павел Нуйкин, Павел Баранов, Әхмәр Әхмәҙуллин, Венер Солтанғолов. Уҡыу йорттары етәкселәренән дә бер төркөм рухи дуҫтарыбыҙҙы атап китер инем: Игорь Бикбулатов, Рөстәм Дәминев, Миҙхәт Мусаҡаев, Антонина Усевич, Зәлифә Ситдиҡова һәм башҡалар.
Йомғаҡлау урынына
1995 йылдан алып бөгөнгө көндәргә тиклем биш ҡоролтай үтте. Ә бына I һәм II ҡоролтайҙар иң мөһим йыйылыш булып ҡалалар, минеңсә. Улар ойоштороу яғынан да, тикшерелгән көн тәртибе, проблемалар буйынса ла иң уңышлыларҙан һанала. Минеңсә, Ҡоролтай – ул башҡорт халҡының терәге. Уны киләсәк быуаттарҙа ла һаҡлап ҡалырға кәрәк. Сағыштырмаса, һан яғынан беҙ бәләкәй халыҡ, ләкин тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, һәләтебеҙ, батырлығыбыҙ менән беҙ бөйөк, ғорур халыҡ һанына инәбеҙ һәм ошо дәрәжәлә мәңге ҡалабыҙ.
Риф ДӘМИНЕВ,
2001-2011 йылдарҙа бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе.
Читайте нас