«Бабич вариҫтары» конкурсының бағыусыһы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт-Йыйылышы депутаты, Шәйехзада шағирҙың яҡташы, Дүртөйлө районы шәхесе — Рөстәм Рауил улы Дәүләтов. Ул еңеүселәргә айфон, видеокамера, ноутбук һәм планшет бүләк итә.
Илдәге эпидемик хәлгә бәйле күмәк кеше йыйыу тыйыла, әммә еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһында көтәбеҙ. Еңеүселәрҙе ойоштороусылар менән бәйләнешкә инергә саҡырабыҙ: 89872467974.
«БАБИЧ ВАРИҪТАРЫ» конкурсы йомғаҡтары:
Гран-при — Өфө ҡалаһынан НӘРКӘС ҠӘЙЕПҠОЛОВА
1-се урын — Ишембай районынан Роберт ГОРБУНОВ
2-се урын — Әбйәлил районы Рауил ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Анжела БУГРОВА
3-сө урын — Сибай институты педагогика факультетының 3-сө курс студенты Гөлбаныу ЛАСЫНОВА
БАБИЧ ВАРИҪТАРЫ" конкурсының жюри ағзаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы Лариса Абдуллина фекере:
— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 14 декабрь йыл һайын төбәктә Башҡорт теле көнө үткәреү ҡаралған. Ә инде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республикала ғына түгел, башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә лә, бөтә донъяла быйыл Башҡорт теле йылы уҙғарылды.
Йыл башында Башҡортостан Яҙыусылар союзы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Бабич вариҫтары» конкурсы ойоштороп ебәрҙе. Унда төрлө төбәктәрҙән йәштәр ҡатнашты. Әлбиттә, уларҙан әүҙемлек көткәйнек, сөнки Интернет селтәрендә һәр береһе сәхифәһен асып, үҙенең шиғырҙарын сығара. Тәғәйен сарала БДУ-ның Сибай инсититуты студенттары, Әбйәлил районы уҡыусылары алдынғылыҡ күрһәтте. Ҙур рәхмәт уларға!
Был китапта — йәштәр ижады. Ҡаты хөкөм итергә лә, шул уҡ ваҡытта йәштәргә ярай ул, тип ҡарарға ла кәрәкмәй. Был — йәштәрҙең, замандаштарҙың тын алышы! Быйыл Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы 125 йыллығы билдәләнгән атаҡлы Шәйехзада шағирға бөйөк эштәр атҡарғанда нисә йәш булғанын хәтерҙән сығармайыҡ!
Бөгөнгө замандың танылған шағирҙарының иңендә лә ул — әҙәбиәттең киләсәге. Быуындар бәйләнеше өҙөлөргә тейеш түгел. Һүҙ сәнғәтенең юғары өлгөләрен тыуҙырған башҡорт шиғриәтенең киләсәге булһын өсөн кәрәк ошондай саралар! «Урал батыр» эпосын ижад иткән халыҡтың враиҫтары беҙ! «Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте», — ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Һәр ҡәләм оҫтаһы үҙ дәүере тураһында һөйләй, үҙ заманын йырлай. Башҡорт телендә аралашыусылар кәмей бара, тигән саҡта йәштәрҙең ҡулына ҡәләм алып, шиғыр яҙыуы, телефондарына башҡорт шрифттары ҡуйып, шиғырҙарын Интернетҡа ҡуйыуы үҙе ыңғай күренеш, әммә ваҡиға түгел. Кәмһенмәйек! Ижад менән булайыҡ! Ысын тойғолар менән янайыҡ! Тәбиғи кисерештәрҙе ҡағыҙға һалырға өйрәнәйек! Был — һәләт. Ә ул башҡорт йәштәрендә бар. Конкурстың еңеүсеһе Нәркәс Ҡәйепҡоловаға һәләт бирелгән, ул һүҙ аша башҡорт халҡына, уның рухи мираҫын арттырыуға үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам. Роберт Горбуновтың да:
Табына шул күңелем Йыһанға.
Йондоҙ булып яна алырмынмы,
Нур таратып ғәзиз халҡыма? — тигән һүҙҙәренә ихлас ышандым. Хәйер, һәр йәш кешенең ижады хаҡында айырым һөйләшергә була. Баш һүҙҙә маҡсат ул турала түгел. Иң ҡыуандырғаны — шиғри һүҙҙең бәҫен белгән, ижадҡа ынтылған йәштәр бар.