Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Башҡорт теле йылы
7 Декабрь 2020, 08:30
"Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ!
2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Документҡа ярашлы, ул бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә.#БашҡортТеле2020
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Аҡмулла диктанты” акцияһын үткәрә. Илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле, ул онлайн форматта ойошторола.
Маҡсат – мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижадын популярлаштырыу, киң йәмәғәтселек иғтибарын туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүгә йәлеп итеү.
Сарала Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Ул 11 декабрҙә Өфө ваҡыты менән сәғәт 8-ҙән 12 декабрҙә 20.00 сәғәткә тиклем
https://bashdict.ru
сайтында үткәрелә.
Положение о просветительской акции Акмуллинский диктант _1_.pdf
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"