Ысынлап та, Башҡортостандың Милли китапханаһы башҡорт телле мөхиттән йыраҡ булған милләттәштәребеҙгә, туған телдәге әҙәбиәттән өҙөлмәҫ өсөн һәм уның сағыу әҫәрҙәрен киләсәк быуынға ла еткерер өсөн, бар шарттар ҙа булдырған. Был учреждение нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының
милли электрон китапханаһы эшләп килә. Унда этнография йүнәлешендәге бихисап материалдар, башҡорт халҡының мираҫына ҡараған документтарҙың электрон күсермәләре һаҡлана.