Ҡала мәҙәниәт һарайы методистары Рәмилә Ғаяз ҡыҙы Нәзирова һәм Хәлиҙә Файзрахман ҡыҙы Абдрахманова башланғысында ойошторолған клубтың тәүге кисәһендә ҡалабыҙҙың төрлө даирәләрендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны. Сәсмәүерҙәр оҫтаһы, “Йәш ғаилә – 2020”, “Етегән – 2020” конкурстарында ҡатнашыусы Гөлсөм Урал ҡыҙы Ишмөхәмәтова, мәҙәниәт колледжынан китапханасы Гүзәл Йәмил ҡыҙы Шәмиғолова, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зифа Ғәббәс ҡыҙы Бикбаева яратҡан авторҙарының шиғырҙарын тасуири итеп уҡып ишеттерҙе. Дилә Булғаҡова, ошо юлдар авторы менән бер рәттән, шулай уҡ ир-азатаматтар, мәшһүр шағирҙарыбыҙ Дауыт Юлтый, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим яҙған нәфис һүҙҙәр төрлөсә яңғыраны.
Ошо ябай ғына кисә аша кешеләрҙе уйландырыусы, моңландырыусы, рухты ҡанатландырыусы, тыуған Башҡортостаныбыҙ ауазын алыҫ илдәргә һәм тыуыр йылдарға еткереүсе, таштарҙа ла гөлдәр үҫтереүсе мәңгелек башҡорт шиғриәтен һөйөүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тауыштары яңғыраны һәм тарихта ҡалды, шиғриәтте үҫтереүҙә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөн индерҙе. Сараны техник һәм музыкаль йәһәттән ҡалабыҙҙың танылған композиторы Марат Зәйнетдинов биҙәне.
...Студент саҡтарымдан алып һәм бөгөн дә мин халҡым яҙмышына битараф түгелмен, ул бәхетһеҙлек кисергәндә, күңелем бөтөн була алмай, әммә шул уҡ ваҡытта бәләкәй генә әйберҙән дә бәхет сатҡылары табып ҡыуанырға өйрәндем, сөнки мин – ҡатын-ҡыҙ, үҙем – бәхет сығанағы. Ил ҡайғыһын иңемә һалып, гелән бойоҡ сырай менән йөрөһәм, балаларым ниндәй фиғелдә булырға тейеш?! Яҡындарыма ҡарап ихлас күңелдән йылмайырға сәбәп табам икән, тимәк, мин – бәхетле! Мин – ҡатын-ҡыҙ!.. Кисәнән һуң күңелгә ошондай хистәр ояланы. Әлегеләй кисәләр ҡалабыҙҙа артабан да һүрелмәһен ине, гүзәл заттар шиғриәте, ир-азаматтар ижады яңғырап торған клубтар, ҡорҙар йәшәһен ине!