– Моңло ҡыҙ – Айлинә, әммә һайлаған репертуарҙан да күп нәмә тора, ниндәй йырҙы һайланығыҙ?
– Был конкурста 200-ҙән ашыу заявка ҡаралды. Конкурс бер-нисә этапта уҙғарылды. Шулар араһынан һайлап алыу турына 13 ҡатнашыусы сыҡты. Финалға сығыусылар араһында Айлинә лә бар ине. Ул, “Урал бәйете” менән сығыш яһаны.
– Жюри һынауҙарын үтеү еңел булмағандыр?
– Популяр йырсы Нәзифә Ҡадирова етәкселегендәге компетентлы жюри комиссияһы сығыштарҙы ғәҙел баһаланы. Йәш йырсылар Илнур Рамаҙанов, Айгиз Ханов, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Ғәзиз Әбделмәнов, продюсер-блогер Асия Шахмина кеүек таланттар баһа бирҙе.
– Айлинәлә йыр-моңға һөйөү ҡайҙан килә?
– Атаһынан. Инсаф водитель булып эшләй, ә инде йыр-моң, гармунда уйнау – яратҡан шөғөлө. Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ, буш ваҡытта, эш араһында ла моңдан өҙөлмәйбеҙ.
Милли мәҙәниәткә һөйөү орлоҡтары шулай уҡ 62-се балалар баҡсаһында һалынды. Телебеҙгә, йыр-моңдарыбыҙға һөйөү уятҡан Лира Әнүәр ҡыҙы Яппароваға, артабан 3-сө гимназияла башланғыс кластарҙа уҡығанда ҡыҙыбыҙҙы төрлө конкурстарға әҙерләп, дәртләндереп торған уҡытыусы Зөлфиә Әбүталип ҡыҙы Рәхимоваға оло рәхмәтлебеҙ. Баланың һәләтен асыуҙа күп көс һалды улар. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ Айлинә “Дан минуты” конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулағайны.
Әлбиттә, бынан тыш, Айлинә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба: Рәил Рәис улы Лоҡманов һәм Лияна Рәил ҡыҙы Лоҡманова етәкселегендә эшләп килгән “Торатау” балалар милли бейеүҙәр ансамбленә, Башҡорт драма театры актеры Фәнил Филүс улы Ҡарасурин ойошторған театр түңәрәгенә, Ҡала мәҙәниәт һарайында Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбәтова алып барған вокал түңәрәгенә йөрөй. Үҙ эшенең оҫтаһы булған билдәле артистар алып барған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, әлбиттә, һөҙөмтәләрен бирә. Айлинә, телмәр үҫтереү, акробатика, һығылмалылыҡ буйынса һәм башҡа күнекмәләр алып ҡына ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү артынан еңеүҙәр яулай.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: конкурстар төрлө телдә алып барылған хәлдә лә Айлинә тик башҡорт телендә генә сығыш яһай һәм еңеүселәр рәтендә була.
– Тимәк, был уның беренсе еңеүе түгел. Ул үҙен төрлө конкурстарҙа һынап ҡараған кескәй профессиональ әртис?
– Эйе, ҡала кимәлендә уҙғарылған “Кескәй йондоҙсоҡ” балалар йыры асыҡ конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып I дәрәжә дипломға лайыҡ булды, “Сәскә ат, гүзәл Башҡортостаным!” VI төбәк-ара конкурсында II дәрәжә диплом алды, шулай уҡ ҡала буйынса уҙғарылған “Алтын тирмә” шиғыр конкурсында еңеүсе булды, “Бумеранг” республика вокаль фестивалендә II дәрәжә диплом, “Таланттар ҡалаһы” ҡала фестивалендә I дәрәжә диплом яуланы. “Аҡ тирмә” балалар ижады 6-сы ҡала фестивалендә I дәрәжә лауреаты булды.
Бынан тыш, һәләтле балаларҙы йыйған “Башҡортостан таланттары” конкурсына йыр менән сығыш яһаған видеояҙма ебәрҙек. Айлинә шулай уҡ ике йыл рәттән “Балан байрамы”нда кескәйҙәр араһында алып барыусы булырға ла өлгөрҙө. Ғөмүмән, һәр сарала әүҙем ҡатнашып бара. Әйткәндәй, Айлинә, “Сулпылар” телевизион конкурсы еңеүсеһе булараҡ, телевизор менән бүләкләнде. Эшебеҙҙең ыңғай һөҙөмтәһен күргән һайын артабан тағы ла дәртләнеберәк тотонабыҙ.
Күренеүенсә, бихисап уңыштарға ирешкән өлгөр ҡыҙ. Әйткәндәй, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй икән ул – “4”-кә һәм “5”-кә генә өлгәшә. Ә бына: “Үҫкәс ниндәй һөнәр һайларға уйлайһың?” тигән һорауыма Айлинә һис икеләнмәйенсә: “Табип булырға теләйем!” – тип яуапланы. Был да ҡыҙҙың киләсәкте алдан күрә белеп, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйыуына ишара тигән һүҙ. Һәр эштә әүҙемлек күрһәтеп, еңеүҙәр яулаған кескәй әртисебеҙгә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде! Һиндәй ҡыҙҙар киләсәккә өмөт уята, йәшәүгә дәрт бирә, милләтебеҙҙе күтәрә, киләсәктә лә уңыштарың дауамлы булһын, Айлинә!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.