Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Башҡорт теле йылы
11 Декабрь 2020, 09:00

Инде күпме әйтергә була?!

Башҡорт телен һаҡлау, уны үҫтереү тураһында ҡайҙа ғына яҙмайҙар, әллә нисә резолюциялар ҡабул ителде. Ә шулай ҙа барыһы ла шыма ғына барамы икән беҙҙә?Әйҙәгеҙ әле, ошо темаға һөйләшеп алайыҡ.

Әлеге лә баяғы, һүҙ – хаталар тураһында. Ҡаланың йөҙөн матур мөһабәт йорттар, һәйкәлдәр, фонтандар, күңел асыу урындары, аҡыллы туҡталыштар ғына билдәләмәй, минеңсә. Шул объекттарҙы һүрәтләп, исемләп торған яҙыуҙар, алтаҡталар ҙа билдәләйҙер, тип уйлайым. Иманым камил, һәр кеше шунда килеп туҡтағас та, йә транспорттан төшкәс тә, шул яҙыуҙарға иғтибар итәлер.
Мәҫәлән, Гоголь урамында «Баҫыу урамы» туҡталышына баҙар яғынан килеп төшкәс, уң яҡтағы алтаҡтаға ҡарап, кеше нимә уйлай икән? Ҡаршы яғында дөп-дөрөҫ итеп (уңып бөтһә лә) «Баҫыу урамы туҡталышы» тип яҙып ҡуйылған, шуға ҡарап яҙып булманымы икән? Инде нисәнсе йыл «Полевая туҡталыши” тип һөрәнләп тора ул. Үткән һайын йөрәк әрней.
2019 йылдың йәйендә ағинәйҙәр менән “Колхоз баҙары” туҡталышынан алып “Ольховка”ға тиклем һәр бер йортто тикшереп, хаталарҙы яҙып тейешле урынға алып барып бирҙек. Кабинеттан-кабинетҡа йөрөргә тура килде, әммә хата ғына төҙәтелмәне. Артем урамында ла «Артема урамы» туҡталышы” эленеп тора. Баҙар тирәһендәге бер объектта «Тыныслыҡ урамы» – «Татыулыҡ» урамына әйләнеп киткәйне хатта, ярай әле уны шунда уҡ төҙәттеләр.

Әсмә Яхина, мәғариф ветераны.
Читайте нас