Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Башҡорт теле йылы
11 Декабря 2020, 10:52

Рух асылыбыҙҙы күтәрәйек!

Йырҙарымда хыял, уйҙарымдаӘсәм теле – минең аңымда.Уның аша күскән холоҡ-фиғел,Башҡортлоғом аға ҡанымда!

Халыҡ теле – кеше тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай. “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө яратҡан тамашасыһына “Ырыҫ-дәүләт шишмәһен, белем менән асырһың!” тип исемләнгән фәһемле йыр-моң кисәһе әҙерләй. Программа республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышлана. 14 декабрь киске сәғәт 7-лә, башҡорт теле көнөндә, артистар ғәзиз тыуған телебеҙгә маҡтау, дан йырлаясаҡ. М.Аҡмулла, Р.Ғарипов, З.Биишева, М.Кә-рим, Ш.Бабич, Б.Бикбай кеүек ил яҙмышына битараф булмаған бөйөк шәхестәрҙең ижадын сағылдырған, башҡорт теленең байлығын, халҡыбыҙҙың көслө рухлы йыр-моңдарын күңелдәрҙән – күңелдәргә күсерер. Думбыра, ҡурай, ҡумыҙ, баян, гармун моңдары барығыҙҙы ла һоҡландырыр, боронғо башҡорт поэзияһының ҡобайыр, мөнәжәт кеүек жанрҙары халҡыбыҙҙың рух асылын күтәрер.

Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыу-ғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй. Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә һеҙ йыр-моңға, туған телгә битараф түгел икән, Стәрлетамаҡ дәүләт театр – концерт берләшмәһенең ҙур залында үтәсәк тамашаға рәхим итегеҙ!(12+)

Лиана ФӘТҠУЛЛИНА.
На правах рекламы.
Читайте нас