Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Башҡорт теле йылы
12 Декабря 2020, 08:05

Башҡортостандың административ-территориаль бүленеше

Илебеҙ тарихындағы ҙур ваҡиғалар йоғонтоһонда Башҡортостандың административ-территориаль бүленеше етди үҙгәрештәр кисерә. 1919 йылдың 23 мартына БАССР 13 кантонға (Арғаяш, Бөрйән, Түңгәүер, Ете ырыу, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Күҙәй, Ҡошсо, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы, Ялан), 134 олоҫҡа (волосҡа) бүленгән була.

1923 йылдың 1 мартында БАССР 8 кантонға (Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай, Өфө), 119 олоҫҡа бүленә.
1926 йылда шул уҡ 8 кантон һаҡлана, 111 олоҫ ҡала.
БашЦИК һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары советының 1930 йылдың 20 авгусындағы ҡарары менән республикала яңы административ-территориаль бүленеү үткәрелә. Кантондар һәм олоҫтар бөтөрөлә. Улар урынына 48 район ойошторола. Ауыл советтары 1927-нән 1297 ҡала.
30-сы йылдарҙа Башҡортостан биләмәләренең бер өлөшө күршеләргә күсә. ВЦИК һәм РСФСР Халыҡ комиссарҙары советының 1920 йылдың 27 майындағы Декреты буйынса Минзәлә өйәҙе - ТАССР-ға, Ялан кантоны – Ҡурған өлкәһенә, Арғаяш кантоны һәм Златоуст өйәҙенең бер өлөшө - Силәбе өлкәһенә, Туҡ-Соран кантоны Ырымбур өлкәһенә күсә.
“Ашҡаҙар” гәзите, 2000 йыл, 36-сы һан (342).
Читайте нас