1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған
.
Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә
. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп,
Ағиҙел,
Яйыҡ,
Уй,
Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра,
Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар
әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның
Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай
.