Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 10:25

Бөгөн Башҡорт теле көнө

Башҡорт телем минең, аҫылым, Балҡып ҡына китер асылым,— Башҡортсалап берәү өндәшһә, Бер туғаны кеүек һөйләшә.

Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.
Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.
Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.
Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!!!!

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Читайте нас