Ҡалала йәшәүсе башҡорттар, йәнәһе лә “цивилизациялы” бәндәләр булып йәшәнек тә, “иҫкелек ҡалдығы” тип, иманыбыҙға ла хыянат иткәнбеҙ булып сыға. Башҡорт теленең дә ата-бабаларҙан ейәндәргә ҡалған мираҫ икәнлеген тиҫтәләрсә йылдар буйына аңламағанбыҙ, тимәк. Милли сәйәсәттә күп йылдар буйына туған телгә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү булмағас, туған телен белмәгән, уны ғаилә кимәлендә икмәк-тоҙлоҡ өйрәнгән балалар, төрлө өлкәлә уңышлы эшләһәләр ҙә, имандан йыраҡлаша барып, бәхетле яҙмышлы булғандыр тип әйтергә һис телем бармай. Шул хәҡиҡәтте күптәргә аңлатыу өсөндөр, Аллаһы тәғәләнең ярҙамы менән ҡалабыҙға етәксе итеп ебәрелгән Спартак Ғәли улы Әхмәтов үткән быуатта Стәрлетамаҡтың милли-мәҙәни донъяһын үҫтереү өсөн бик күп эштәр эшләне, көслө шәхестәрҙе йәлеп итте.
Шул дәүерҙә Башҡортостан Яҙыусылар Союзынан ҡала, республикала тәүге Яҙыусылар ойошмаһы асылды. Уны инициативалы, булдыҡлы шәхестәр – ялҡынлы шағир, педагог Рауил Ниғмәтуллин менән үткер ҡәләмле публицист, талантлы шағир, яҙыусы Вил Ғүмәров етәкләне. Вил Бәшир улы ике-өс йыл эсендә Стәрлетамаҡты гөрләтеп ебәрҙе – Башҡорт халыҡ үҙәген ойошторҙо, башланғыстарын күтәреп алырҙай бер-нисә депутат менән танышып, башҡорт телендә гәзит сығара башланы. Ул, беҙҙән, тиҫтәләгән активистан ҡултамғалар алып, Башҡорт театрын, Бейеү театрын, филармония астырыу хаҡында Министрҙар Советына хат менән мөрәжәғәт итеүҙе ойошторҙо. Башҡорт теле йылында, мәрхүм булған арҙаҡлы һәм ҡәҙерле кешеләребеҙҙе: Башҡортостандың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы, билдәле драматург Илшат ағай Йомағоловты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Вәлиулла сәсән ҡыҙы Мөнирә апай Ҡоломбәтованың изге эштәрен иҫкә алмау гонаһ булыр ине. Улар Мәскәүгә барып, Милләттәр эштәре буйынса комитетта ҡалабыҙҙа башҡорт мәҙәниәте усаҡтарын ҡабыҙыу өсөн аҡса юллаусы ҡала делегаттары ине.
Бынан 26 йыл элек, Вил Ғүмәров дуҫым мәрхүм булғас, сәмләнеп китеп, уның аманатын үтәргә тейешмен тип, ҡалалағы 28 мәктәпкә барып, һәр директорҙан башҡорт синыфы булдырыуҙы үтенеп, ҡайсаҡ хатта бәхәсләшеп йөрөгәйнем, бер-нисә кешегә һәм тиҫтәләгән уҡытыусыға таянып, 1995 йылда, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң, сентябргә башҡорт мәктәбен астырыуға өлгәштек...
Шуға “Башҡорт теле йылы” тип һүҙ ҡуҙғатҡанда, уны йомғаҡлаған-да бөгөнгө көн менән генә сикләнеү дөрөҫ түгел, минеңсә. “Башҡорт теле йылы” тап ана шул бынан бик күп йылдар элек башланды.