Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Башҡорт теле йылы
14 Декабрь 2020, 10:50

Хөкүмәт ултырышында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә башҡарлыған эштәр барланды

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнө менән тәбрикләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,был дата 2019 йылда барлыҡҡа килә. Башҡорт йәмәғәтселеге фекерен хуплап республика етәксеһе үҙенең Указы менән бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн – Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов башҡорт телендә сығыш яһаны, ул республикала башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсатында алып барылған проекттар тураһында бәйән итте.
«Иң уңышлы проекттарҙың береһе — Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант. 2020 йылда 300 меңдән ашыу кеше диктан яҙа, акцияла Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 24 сит илдән милләттәштәребеҙ ҡатнаша. Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп проекттар Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды. Улар ҙа телебеҙҙе пропагандалауҙа мөһим әһәмиәткә эйә. «Сәләм», «Bashword», «Эшлекле башҡорт теле», «Әлләсе», «IQbalaBash» һәм «Инофон BASH» ҡушымталары киң популярлыҡ яуланы»,- тине Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.
Һуңғы ике йылда башҡорт теле кабинеттарын заманса йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленде. Республикала заманса полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа килде. Был мәғариф учреждениеларында урыҫ, сит телдәр менән бер рәттән башҡорт теленә ҙур иғтибар бүленә. Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә һуңғы бер йыл эсендә алты йәкшәмбе мәктәбе асылды. Республика етәксеһенең Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығына мөрәжәғәте һөҙөмтәһендә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы эшмәкәрлеге ҡабаттан тергеҙелә.
https://kurultai.ru
Читайте нас