Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Башҡорт теле йылы
14 Декабря 2020, 06:00

Халҡыма хат

Минең туған телем – башҡорт теле. Телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткерә.

“Теле юҡтың ғына – иле юҡ!” – тип халыҡ шағиры Рәми Ғарипов юҡҡа ғына әйтмәгән. Мин – башҡортмон! Һәм бының менән мин ғорурланам, башҡорт телендә һөйләшкәндәргә һоҡланам.
Шулай уҡ халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итәйек: халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тиҙәр бит. Ысынлап та, тел тураһындағы мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йылдар дауамында тупланған уй-фекерҙәре, бай тормош тәжрибәһе сағылыш тапҡан. Теле барҙың иле бар. Туған телем – үҙ телем, ҡайҙа барһам – үҙ көнөм. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Ошо изге ҡомартҡынан килер быуындарығыҙҙы мәхрүм итмәгеҙ. Өйҙә башҡортса һөйләшегеҙ!
Читайте нас