Ноябрьск ҡалаһында, беҙҙән тыш, Баш-ҡортостандан килгән ғаиләләр күп, хатта бер ауылдан да бар, туғандар ҙа етерлек. Иң мөһиме: улар һәр саҡ аралашып йәшәне һәм был изге йола әле лә дауам итә. Ошо яҡташтар, туғандар менән осрашып аралашҡанда мин һәр саҡ уларҙың баш-ҡортса һөйләшкәндәренә иғтибар итә инем, бик ҡыҙыҡ та, һүҙҙәре лә матур. Әммә, үкенескә ҡаршы, был һөйләшеүҙең, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп бөтмәй инем. Әлбиттә, атай-әсәй өйҙә бер-береһе менән башҡортса һөйләшә ине, араһында беҙгә лә үҙ телендә һүҙ ҡуша, бигерәк тә берәй “эш боҙһаҡ”, әйҙә беҙҙе башҡортса әрләргә тотоналар! Тик, улар беҙҙең менән туған телдә бик аҙ аралашты. Мәктәптә, урамда иһә, билдәле, аралашыу, телде өйрәнеү, белем алыу рус телендә барҙы. Ғөмүмән, өйҙәге әҙерәк һөйләшеүҙән, тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡанда өләсәйҙәр һәм туғандар менән аралашыуҙан башҡортса саҡ ҡына аңлай инем. Әммә инглиз һәм башҡа телдәр менән бер рәттән, туған телемде өйрәнеү теләге һәр саҡ янды миндә. Сөнки күп телдәр белеү кешегә камиллашыу өсөн, аралашыу өсөн бик файҙалы. Шулай итеп, телемде өйрәнеү мәсьәләһе ҡала килде.
...Быйыл мин туғыҙынсы класты тамамланым һәм тыуған яғыма уҡырға ҡайттым. Бөгөн мин – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының беренсе курс студенты! Был уҡыу йортон осраҡлы һайламаным, бәләкәй саҡтан спортҡа тартылдым, Ноябрьск ҡалаһында баскетбол менән шөғөлләндем һәм йәш быуынды спорт йүнәлешендә тәрбиәләү буйынса бөтә илгә даны таралған белем усағында артабан шөғөлөмдө камиллаштырыу теләге тыуҙы. Әммә, әйтергә кәрәк, был уҡыу йортон һайлап, мин спорт, уҡыу буйынса ғына үҫешеп ҡалмайым, шулай уҡ, яйлап, күптәнге хыялымды тормошҡа ашыра башланым: башҡорт телен, туған телемде өйрәнәм!
Был эштә тәү сиратта миңә иң ҙур ярҙам күрһәткәне – беҙҙең остазыбыҙ, башҡорт теле уҡытыусыһы Миңнира Ринат ҡыҙы Сәғҙәтова, әлбиттә, колледжда туған телгә ҡарата булған мөнәсәбәт тә йәки башҡортса үткән саралар ҙа мөһим. Бынан тыш, ауылдан килгән, хатта ҡалала йәшәгән һабаҡташтарым менән башҡортса аралашыуым яңынан-яңы һүҙҙәр өйрәнергә, белгәндәрен нығытырға ярҙам итә. Ә өләсәй янына хәҙер йылына бер түгел, аҙна һайын ҡайтам инде, шуға уның: “Дим, улым, мунсаға утын индер, ҡарҙы көрә, ҡаймаҡлап эс сәйеңде, тим...” тигән һәм башҡа һабаҡтары мине үҙ телемде өйрәнергә (ә бәлки, иҫкә төшөрөргәлер ҙә...) ярҙам итә. Хәҙер Себергә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда атай-әсәйҙе үҙем өйрәтерлек кимәлгә еттем инде!
Әгәр ҙә ошо колледжға уҡырға ҡайтмаһам, әгәр ҙә мине уҡытыусыларым, дуҫтарым, өләсәйем өйрәтмәһә, хыялым тормошҡа ашыр инеме икән? Шул уҡ ваҡытта, әгәр әле Ноябрьскиҙә йәшәгәндә үк өй шарттарында телде ныҡлы өйрәтһәләр, был теләгем йылдар дауамында тормошҡа ашмаҫтай хыял булып ҡала килер инеме икән?!. Әсә теле бер булыр, ҡайҙа ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр балаларына үҙ телен өйрәтһен ине ул. Хыялдар тиҙерәк тормошҡа ашһын ине, туған телде белеү хыял ғына булып йәшәмәһен!
Дим НӘБИУЛЛИН,
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының 1-се курс студенты.