Вәсилә ханым гәзитте уҡып ҡына ҡалмай, уға әүҙем яҙыша ла: уның ҡыҙыҡлы, көн ҡаҙағына тура килгән мәҡәләләре “Ашҡаҙар” биттәрендә йыш баҫылып тора. Был юлы иһә ул үҙенә Яңы йыл бүләге яһаны – “Ашҡаҙар” гәзитенә бер йылға яҙылып, шәп үтек отто!
– Быйылғы йыл минең өсөн үтә лә иҫтәлекле. “Ашҡаҙар”ҙан бүләк алып шатланыуым бер, ә иң ҡыуаныслыһы – бүләсәрем тыуҙы. Алла бирһа, Айлинәм үҫеп етеп, ошо гәзитте ҡулына алып уҡыр, тигән теләктә ҡалам. Һәммә гәзит уҡыусыларға теләгем: алдағы йылда барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ! Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!” – ти Вәсилә ханым.
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу кампанияһы тамамланып та килә, ә бүләктәр уйнатыуҙың икенсе өлөшө 25 декабрҙә үтә. Шулай уҡ “Ашҡаҙар” һәм тағы күңелегеҙгә ятҡан тағы бер башҡорт баҫмаһы алдырыусылар “Башҡортостан нәшриәт йорто” ДУП-ы әҙерләгән уйында ҡатнашып, һыуытҡыс, телевизор, ноутбук һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр ота ала.