Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
15 Декабрь 2020, 16:00

Башҡорт теле йылы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ҡала һәм райондар билдәләнде

Башҡорт теле йылы сиктәрендә республика район-ҡалаларында бик күп саралар үткәрелде. Улар башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын пропагандалауға йүнәлтелде. Пандемия шарттарында сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан әүҙемлекте һүлпәнәйтмәй онлайн форматта ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле саралар үткәреү менән айырылып торған муниципаль берәмектәр бөгөн маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.

Район-ҡалаларҙа башҡорт теленә иғтибарҙың ҙур булыуы урындарҙағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле. Шуның өсөн урындағы хакимиәттәр һәм ҡоролтайҙар эшмәкәрлеге берҙәм еңеү тип баһаланды.
Ҡалалар араһында беренсе урынды — Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы, икенсене — Стәрлетамаҡтар, өсөнсө урынды — Өфө ҡалаһы яуланы. Башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән иң яҡшы райондар һәм унда эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары исемлегендә дүрт район. Беренсе урында — Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм башҡорттары ҡоролтайы, икенсе урында — Миәкәләр, өсөнсө урында — Борай һәм Асҡын райондары хакимиәттәре һәм ҡоролтайҙары.
Читайте нас: