Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
15 Декабрь 2020, 15:05

Гран-при Юлай Ғәлиуллинға тапшырылды

I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тамамланды. Проект һөҙөмтәләре «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт теле көнөнә арналған сарала иғлан ителде.

Гран-приға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды. Еңеүсегә төп награда — 300 000 һумлыҡ сертификатты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы .
Конкурста Юлай Рәфҡәт улы «Башҡорт милли костюмы — реконструкция» номинацияһында улус старшинаһы образын күрһәтте. Һыбайлы костюмын автор музей архивтары документтары буйынса тергеҙгән.
«Заманса авторлыҡ костюмы» номинацияһында беренсе урынға Роза Юлдашбаева лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли костюмы — реконструкция» номинацияһында — Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), «Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияһында — Гөлдәр Шабиева (Салауат районы). Еңеүселәргә 100 000 һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Сара барышында проекттың башҡа эштәре лә күрһәтелде.
https://kurultai.ru
Читайте нас: