Юҡ, – ти автор. – Мәҡәләләр түгел, журнал-дарҙа бынан ун ике йыл элек үткән “Хатаһыҙ ҡала” конкурсына йыйған хаталы яҙмаларҙың, алтаҡталарҙың күсермәләре унда”. Мәҡәлә булмаһа ла, “күстәнәс” ысынлап та мул икән. “Тик бына конкурсты быйыл яңынан ойошторҙоҡ, ул ваҡыттағы яҙмалар иҫкергәндер”, – тип ныҡышабыҙ. Ҡунаҡ етди төҫ ала: “Шулайын шулай ҙа ул, тик күсермәләр быйыл да ярай, хаталарҙың күбеһе бөгөн дә шул көйө бит...”
Фотола күренеүенсә, ысынлап та, ҡайһы бер хаталар урынында ҡалған, шул уҡ ваҡытта төҙәтелгәндәре лә аҙ түгел. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостанда Башҡорт теле йылы айҡанлы, йыл башында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы “Ашҡаҙар” гәзите менән берлектә ҡала урамдарында алтаҡталарҙа башҡортса яҙыуҙарҙа хаталар асыҡлау буйынса “Хатаһыҙ ҡала” конкурсы иғлан иткәйне. Бәйгенең шарттары буйынса, хата табыусылар уны фотоға төшөрөп, беҙҙең редакцияға ебәрергә тейеш ине. Әйтергә кәрәк, хаталар байтаҡ икән, һәр хәлдә, күп кенә фотолар килде, иң тупаҫ хаталар гәзит битендә донъя күрҙе һәм, ниһайәт, беҙ иң күп, иң тупаҫ хаталар табыусылар араһында еңеүселәрҙе билдәләнек. Шулай итеп, 1-се урынды Эльза Рәхимова яуланы, 2-се урын – Әсмә Яхина һәм Гөлсөм Иралина, 3-сө урын – Эльвира Әсфәндиәрова һәм Нәзифә Иҫәнғужина. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бөгөн 16:00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк тәбрикләү кисәһендә (12+) көтөп ҡалабыҙ.
...Стәрлетамаҡ – төрлө яҡлап уңышлы үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Әммә алтаҡталарҙағы хаталар бер мискә балдағы бер ҡалаҡ дегет һымаҡ булмаһын ине. Ошо башлаған изге эш дауам алып, терминологик комиссия, ниһайәт, тергеҙелеп, хаталар төҙәтелер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
“Ашҡаҙар”ҙар.