Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
18 Декабрь 2020, 18:32

Башҡорт теле йәшәйәсәк!

Башҡорт теле көнөндә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау тантанаһы булды. Ошо айҡанлы йыл дауамында уҙғарылған эштәр еңеүселәрен дә билдәләнеләр. Еңеүселәр араһында – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы вәкилдәре!

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән барыһын да ҡотлап, тамырҙарҙы, туған телде, тарихты онотмаҫҡа, рухлы булырға саҡырҙы.

Еңеүселәрҙе Башҡортостан Хө-күмәте вице-премьерҙары Азат Бәҙрәнов, Ленара Иванова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ге-нераль директоры Фәнүр Йәғәфәров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡотланы. Йыйылған ҡунаҡтарҙы билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре – яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүр, элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, ғалим Мирас Иҙелбаев та видеобәйләнеш аша ҡотлап үтте.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова:

– Быйыл тәүге тапҡыр район-ҡалалар һәм төбәк ҡоролтайҙарының рейтингын төҙөнөк. Уларҙың башҡарған эштәрен йыл башында иғлан ителгән ай хэштегтары (темалар буйынса билдә) буйынса баһаланыҡ. Хәҙер быны йыл да уҙғарасаҡбыҙ. Хакимиәттәр менән берлектә баһалап, иң әүҙем өс ҡаланы, өс районды һәм иң белемле өс ауылды билдәләнек. Йыл һайын ике дәүләт телен ҡулланыуҙағы хаталар өҫтөндә эшләп, антипремиялар, премиялар тапшырырға ҡарар иттек, – тип һөҙөмтәләрҙе барлап һәм башҡорт телен үҫтереү буйынса яңы алымдар – пландар менән дә таныштырып үтте.

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡорол-тайы һәм ҡала хакимиәте Башҡорт теле йылында башҡарылған эшмәкәрлеге буйынса республика ҡалалары араһында маҡтаулы 2-се урынға лайыҡ булды. 1-се урын Күмертау ҡалаһына, 3-сө урын Өфөгә бирелде. Райондар араһында иһә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы 1-се урын алды.

– Йыл дауамында шул тиклем күләмле ҙур эш башҡарҙыҡ. Шуның өсәүһен генә һанап үткем килә. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында “Кейекбаев уҡыуҙары” көндәре, “Йәштәр ҡоро”, “Етегән” ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө үткәрелде. Иң мөһиме, ҡоролтайҙың бүләкләнеүе, беҙҙең 2-се урынға лайыҡ булыу – ул бөтә ҡалабыҙ халҡының: ағинәйҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар, артистар, табиптар, студенттар, ирекмәндәр тырышлығы һөҙөмтәһе.
Һәммәһенә лә үҙ телебеҙгә битараф булмағандары өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты саранан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма ко-митеты рәйесе Ләйсән Йосопова.

Шулай уҡ был йыллыҡ һығымталар байрамында республикабыҙҙың бөтә мәктәптәре араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы иң яҡшы 10 уҡыу йорто исемлегенә инде һәм директоры Айгөл Шаһисолтанова БР Мәғариф министры Айбулат Хажин ҡулынан маҡтау грамотаһы, ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар алды.

– Был еңеүебеҙ башҡорт теле йылына бағышланған республика, ҡала, төбәк-ара конкурстарында, олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусыларыбыҙҙың, уҡыусыларыбыҙҙың тырышлығы, хеҙмәт емеше, – тип билдәләп үтте һөҙөмтәләрен етәксе.

Ә Стәрлетамаҡ районы ҡоролтайы рәйесе Эльвира Иманғолова иһә:

– Балалар баҡсаһынан алып оло йәштәге ағинәйҙәргә тиклем халыҡтың дөйөм хеҙмәт емеше был. Стәрлетамаҡ районы – төрлө милләт төйәк иткән ҙур район һәм Башҡорт теле йылын улар берҙәй күтәреп алды, – тигән тәьҫораттары менән бүлеште.

Башҡорт телен яратҡан һәм белгән халҡыбыҙ булғанда, туған телебеҙ йәшәйәсәк, тигән һығымтаға килергә генә ҡала, тимәк.

Римма Хәйбуллина.
Читайте нас: