Ҡалабыҙҙа 41 урта белем биреү мәктәптәренең һәр береһендә башҡорт теле туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ошо мәктәптәрҙә 93 башҡорт теле укытыусыһы арымай-талмай фиҙаҡәр хеҙмәте менән балаларға ғилем нуры сәсә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй.
Башҡорт теле йылын йомғаҡлау уңайынан ҡалабыҙҙағы 17-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары Земфира Хәйруллина был тәңгәлдә башҡарылған эштәр менән уртаҡлашты:
– Башҡорт теле йылы матур ваҡиғаларға бай булды: уҡыусылар предмет буйынса мәктәп, ҡала, республика, төбәк-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашты. Ҡала кимәлендә үткән “Аҡ тирмә” фестивалендә, “Алтын бишек”, ”Мостай уҡыуҙары”, ”Милли кейемдә һөйләйем” конкурстарында укыусыларыбыҙ беренсе, икенсе урындар яуланы, уҡыусыларҙың “Лик” (“Йөҙ”) ғилми йәмғиәте конференцияһында 8-се класс уҡыусыһы Әҙилә Ырыҫҡолова башҡорт телендә диалекттар темаһына яҙған эше буйынса 1-се урын яуланы. Ҡалала үткән “Данлайым һине, Республикам” иншалар конкурсында дүрт уҡыусыбыҙ призлы урындарға лайыҡ булды. “Иҙел” республика, төбәк-ара башҡорт, татар, төрөк, инглиз телдәре буйынса полилингваль олимпиаданың беренсе турында өс уҡыусыбыҙ, юғары балл йыйып, еңеүгә өлгәште. Был олимпиада уҡыусыларҙа башҡорт телен донъялағы башҡа телдәр менән сағыштырып өйрәнеүҙә ҙур мөмкинлектәр аса, уларҙың аң даирәһен киңәйтә. Республика күләмендә үткәрелгән “Минең шәжәрәм”, “Башҡорт теле – минең ата-бабам теле” фәнни-ғәмәли конференцияларында өс уҡыусы призлы урындар яуланы. Уҡыусылар, “Толпар” ижад түңәрәгенә йөрөп, ижади фекерләүгә лә өйрәнә, – ти ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән башҡорт, татар, төрөк, инглиз телдәрен тәрән өйрәнеү маҡсатында Республика буйынса ун бер полилингваль мәктәп асылды, шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәп. Бөтә донъя телдәрен өйрәнеү балаларға киң мәғлүмәтлелек бирә, киләсәккә ҙур офоҡтар аса, аң даирәһен киңәйтә. Ошо мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары Гөлнар Ғималова быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” 25-се төбәк-ара конкурсында иң яҡшы дәрес номинацияһында еңеүсе булды. Ҡалабыҙҙан тағы ла Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Рәсимә Сәфәрова, 33-сө мәктәптән Гөлфиә Һөйәрембәтова “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары” тигән номинацияларҙа еңеү яулап ҡайтты. Улар өсөһө лә БР Мәғариф министрлығының, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының бихисап наградалары, грамоталары менән бүләкләнделәр, илле меңлек дәүләт бүләгенә лә лайыҡ булдылар.
Ҡырҡ бер мәктәптә лә үҙ эшен, балаларҙы яратҡан туҡһан өс башҡорт теле уҡытыусыһы фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Һәр уҡытыусы, мәктәптә төрлө саралар уҙғарып, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, уҡыусыларҙа туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, милли аштарға, мәҙәниәткә тәрән һөйөү тәрбиәләй. Һәр бер уҡытыусы тиерлек – үҙе артист, үҙе бейеүсе, үҙе йырсы, үҙе шағир, уҡыусыларға башҡорт бейеүҙәрен һалыусы ла.
Башҡорт теле уҡытыусылары – 17-се мәктәптән Земфира Хәйруллина, Элла Абдрахманова, 10-сы мәктәптән Нурсилә Сөләймәнова, Гүзәл Ибраһимова, Гөлназ Иркәбаева, Гөлнара Яппарова, 23-сө полилингваль мәктәптән Гөлнар Ғималова, Лилиә Мусина, Нәсимә Сидорова, Венера Сәғитова, Венера Игбаева, 3-сө Ж.Кейекбаев исемендәге гимназиянан Рәсимә Сәфәрова, Светлана Тимерғәлиева, Гүзәл Рәхмәтуллина, 24-се мәктәптән Хөснә Әхмәтйәнова, Мәҙинә Зәйнуллиналар бар көсөн һалып, балаларға белем нуры сәсә. Улар ҡалабыҙҙа туған телдән белем биргән 93 уҡытыусының бер кәлимәһе генә әле.
“Мостай уҡыуҙары” республика конкурсында уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижад емештәрен уҡып, призлы урындар яуланы. Уҡытыусылар үткәргән сараларҙы һанай китһәң, һанап та бөтөрөрлек түгел. Уҡытыусыларҙың профессионализмына, балаларҙың ваҡыттарын фәһемле итеп ойоштора белеүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала.
Эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл йәй башҡорт теле уҡытыусылары онлайн форматта “Йәйләү” тигән республика кимәлендәге йәйге лагерь ойошторҙо, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланғайны. Был сараның маҡсаты тарих, мәҙәниәт, белем, тыуған ил темаларында уҡыусыларҙың белем кимәлен арттырыу, рухи-әхлаҡи, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, ижади эшмәкәрлек ҡеүәһен үҫтереү ине.
Ҡалабыҙ мәктәптәрендә бына ниндәй уңған, бар яҡлап та һәләтле, уҡыусыларға өлгө булырҙай башҡорт теле уҡытыусылары балаларға белем бирә. Тимәк, Башҡортостаныбыҙҙың, башҡорт теленең киләсәге ҙур һәм өмөтлө, уҡыусыларыбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа, тигән һүҙ.