Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
20 Декабрь 2020, 12:48

Стәрлетамаҡта Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһап, ҡалабыҙҙа үткән төрлө бәйге - конкурстар еңеүселәрен бүләкләп танатаналы сара үтте.

СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ, ҠАЛА ХАКИМИӘТЕ МЕНӘН БЕРЛЕКТӘ үткәргән "ӨЛГӨЛӨ БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ-2021" конкурсының муниципаль һәм зональ этабын ойоштороп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләрҙе тәбрикләнек.#Ҡоролтай#курултай#башҡорттелейылы

Был күркәм ғаиләләрҙең фамилияларын әйтеп үтәйек:
- Ишмөхәммәтовтар (республика этабына үттеләр!) ;
- Мөхәммәтйәновтар ( лауреаттар);
- Сәғитовтар (лауреаттар).
Башҡорт теле йылына арналған онлайн ижади конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды.
1 урын - Мәхмүтова Әлфинә,
2 урын - Асҡаров Рим,
3 урын - Ҡолһарина Нурзилә.
Байрам йылы, ихтирамлы мөнәсәбәттә, эстәлекле, мәғәнәле үтте. Килгән ҡунаҡтарға ла, ойоштороусыларға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
СТӘРЛЕТАМАҠ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ.

Фотолар авторы - Эльдар Фәттәхов
Читайте нас: