Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
28 Декабрь 2020, 17:50

Үҙ телеңдә ҡотла!

Интернет селтәрҙәрендә Яңы йыл менән үҙ телеңдә ҡотлау флешмобы башланды. Бөгөн Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе бөтә милләттәр ҙә Яңы йыл менән үҙ телендә ҡотлау флешмобында ҡатнаша ала.

Флешмобта ҡатнашыр өсөн Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе үҙ телеңдә ҡотлап, бер минутлыҡ видеояҙма яҙырға һәм уны интернет селтәрҙәренә #ПоздравляюНаРодномЯзыке#ТыуғанТелемдәҠотлайым#НовогоднийБашкортостан# тигән хэштегтар менән интернет селтәрҙәренә ҡуйырға кәрәк.
Яңы йыл видеоҡотлауҙары Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә милләтәрҙең дә үҙ телендә яҙылырға тейеш. Видеоға яҙған ваҡытта камераның горизонталь рәүештә урынлашыуы төп шарт. Фотолар файҙаланырға мөмкин.
Флешмобта Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүселәрҙең бөтә милләттәре лә йәшенә сикләүһеҙ әүҙем ҡатнаша ала.
Римма Хәйбуллина.
Читайте нас: