Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
13 Ғинуар 2021, 17:55

Башҡортостан Башлығының телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн грантына лайыҡлылар билдәләнде

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығының республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен яҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәте буйынса, конкурста 8 ойошма еңеүсе тип иғлан ителде.
Еңеүселәр араһында — коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан 16 проект, 15 проектты – муниципаль, ете проектты иһә дәүләт бюджет учреждениелары әҙерләгән.
Еңеүсе-проекттар Башҡортостан Республикаһының туғыҙ муниципалитетынан, уларҙан 24 проект – Өфөнән, ике проект — Сибайҙан, ике проект — Ишимбай районынан, Дәүләкән, Иглин, Шишмә, Бүздәк, Бишбүләк райондарынан һәм Күмертауҙан берешәр проект. Еңеүселәр иҫәбендә башҡа төбәктәрҙән проекттар ҙа бар, улар араһында – Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы.
Республика халыҡтарының туған телдәрен үҫтереү һәм популярлаштырыу яңы заманса һәм ҡыҙыҡлы форматта алып барыла. Еңеүсе-проекттар араһында – «Балалар» анимациялы видео-китаптар, «Яңы моң» вокаль талант-шоуы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә «Башҡортостан ынйыһы» ҡыҫҡа метражлы анимациялы фильмдар төшөрөү, башҡорт телендә «ЖиТЕЛь» мәктәп милли театр студияһы һәм татар телендә «Салауат күпере» ҡурсаҡ театры, «СәләмPRO» мультимедиа һәм интерактив мобиль ҡушымтаһы, «Республика» блог-туры һәм башҡа проекттар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттарҙың суммаһы 80 миллион һумға тиклем арттырылды. Ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл ғинуарҙан башлана.
Башинформ.
Читайте нас: