Ике көн барған сара бик йәнле һәм бай йөкмәткеле булды: дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, яңыса эш формалары һәм дөйөм проблемалар асыҡланды, милли киң мәғлүмәт саралары үҫеше юлдары билдәләнде, милли киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен дәртләндереү өсөн артабанғы профессиональ үҫеш мәсьәләләре хәл ителде. Журналистар Башҡортостан халыҡтары телдәрендә матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән яңы идеялар тәҡдим ителде. Республика Башлығы үҙенең сығышында Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа мөһим өлөш индергән редакция коллективтарына рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ – милли телдәрҙе һаҡлаусылар һәм юл күрһәтеүселәр. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың берҙәмлеге – республикабыҙҙың иң төп байлығы тип иҫәпләйем, һеҙ үҙегеҙҙең оҫта ҡәләмегеҙ менән ошо байлыҡҡа сикһеҙ өлөш индерәһегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Бөгөн редакциялар гәзит кенә сығармай, ә иһә сайттар һәм социаль селтәрҙәр аша мәғлүмәттәр еткерә. Республикала йәшәүселәрҙең 70 процентҡа яҡыны социаль селтәрҙәр менән ҡуллана, шуға күрә редакция белгестәрен социаль селтәрҙәрҙә контентты алға ебәреү өсөн уҡытыу мөһим мәсьәлә булып тора, - тип тә өҫтәп китте Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе киң мәғлүмәт сараларының ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн йыл һайын 100 мең һумлыҡ 100 грант булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Шулай ҙа Форумда ҡаралған йәнә лә бер мөһим мәсьәлә – ул редакцияларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Был мәсьәләне хәл итеү эш хаҡы кимәленән тора. Ә ул беҙҙә республикалағы уртаса эш хаҡынан күпкә түбәнерәк. Радий Хәбиров 2022 йылда республика хеҙмәт хаҡын түләү фондына 74 миллион һум өҫтәмә финанслау буласаҡ, йәғни эш хаҡы 25 процентҡа артасаҡ, тип белдерҙе.
– Бөгөн мин бик күп тәҡдимдәр һәм идеялар ишеттем. Был форумды традицияға әйләндереп, йыл һайын уҙғарырға кәрәк, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Һуңғы йылдарҙа милли журналистиканың баһаһы дәүләт тарафынан инҡар ителә башлаған да һымаҡ ине, әммә ниндәй генә ауырлыҡтар аша ла үтергә өйрәнгән журналистар өсөн был форум киләсәктә тағы ла илһамланып китеп, ең һыҙғанып эшләргә дәрт бирмәй ҡалманы.
Стәрлетамаҡ – Красноусольск – Стәрлетамаҡ.