Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
21 Апрель 2021, 18:40

«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам»

Кемдәр башҡортса иркен һөйләшә, һәммәгеҙҙе лә «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант – 2021» белем биреү акцияһына саҡырабыҙ. Башҡорт теленән диктант яҙыу 24 апрелдә ойошторола. Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу Стәрлетамаҡта ике урында уҙғарыласаҡ: БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында һәм Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһында.

БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында тексты педагогик хеҙмәт ветераны, БР мәғариф отличнигы, РФ юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, доцент Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллина уҡыясаҡ.

Диктант яҙыуҙа ҡатнашырға теләүселәрҙе башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 49 (401-се аудитория) адресы буйынса көтөп ҡала.
Теркәлеү сәғәт 10.15-тә башлана.
Диктант яҙыу сәғәт 11.00-ҙә башлана.
Башҡорт теленән халыҡ-ара офлайн диктант яҙыу буйынса Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт- татар китапханаһында ла (Дуҫлыҡ урамы, 37 "А " йорт адресы буйынса) яҙыу майҙансығы эшләйәсәк. Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
Офлайн-форматта диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың эштәрен майҙансыҡ өсөн яуаплы кешеләр тикшерәсәк.
Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

Килегеҙ! Бергәләп яҙайыҡ! Берҙәм булайыҡ! Телебеҙҙең ҡиммәтен күтәрәйек!

Ойоштороу комитеты.

Читайте нас: