Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
11 Июнь 2021, 14:30

КҮҢЕЛЕБЕҘ БИҘӘКТӘРЕЛӘЙ ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨ... Стәрлетамаҡ районында Балаҫ байрамы үтте

...Әсәйем көйөҙ ҙә (аҫалы балаҫты беҙҙә шулай тип әйтәләр), буй балаҫ та, сепрәк балаҫ та һуға торғайны. Буй балаҫты бер аялай ҡара йөн араһына һары, йәшел, ҡыҙыл төҫлө йөндән бер иллеләй генә һыр һалып һуға ине. Хәтерләүемсә, балаҫ һуға торған станокты “урын” тип атайҙар ине. Урындың ат ҡылынан үрелгән көрөҫө, ҡамыштан яһалған тарағы, һоҫа, аяҡ, сүре һәм башҡа ҡорамалдары була. Әсәйем ҡаҙ һуйғанда үтен йыйып барып, ҡаҙанда ҡайнап ултырған һыуға һалып, аяҡлы йөндө шунда буяй торғайны. Буяуы уңмаһын өсөн әҙ генә әсеүташ та һалып ебәрә ине. Асыҡ, сөм йәшел булып сыға. Был һөнәргә ул әсәһе Мәрхәбә өләсәйемдән өйрәнгән. Халҡыбыҙҙың күңел биҙәге булып балаҫтарға һалынған төрлө-төрлө биҙәктәр Күсәрбайҙа үткән балаҫ байрамында бер мине генә түгел, барыбыҙҙы ла бер мәлгә булһа ла үткәндәргә, бала саҡтың яҡты мәлдәренә алып ҡайтҡандыр.#Башҡорт тарихы йылы #башҡорттар #башкиры #тарих #История

Ауыл мәҙәниәт йортона барып етеү менән ғәжәп бер тамашаға тап булдыҡ: олоһо ла, кесеһе лә кемуҙарҙан балаҫ һуға ине унда... Ниндәйе генә юҡ ине балаҫтарҙың – береһенән-береһе аҫыл, береһенән береһе затлы, күҙҙең яуын алып торған аҫалы балаҫтарға ҡарап күҙҙәр ҡамаша! Үҙенсәлекле бер һабантуйҙы хәтерләткән был йыйындың баһалап бөткөһөҙ рухи әһәмиәткә эйә булыуын иҫкә алғанда, ошо тиклем матур сараға тәү ҡарашҡа халыҡ әллә ни күп тә килмәгән һымаҡ ине. Әммә берәгәйҙәр, ысын оҫталар йыйылғайны унда! Йылайыр, Бишбүләк, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Ишембай, тарафтарынан алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткәйне оҫталар. Зиннур хәҙрәттең фатихаһы менән асылған байрам тантанаһы матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. “Башҡорт балаҫы этникаһы” тип аталған был фестивалгә Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡовтың, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люциә Юлыева, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” йәмғиәте рәйесе Гөлфиә Янбаева, билдәле тележурналист, яҙыусы һәм драматург, башҡорт милли сәнғәте белгесе Сәрүәр Суринаның килеүе байрамдың мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Римма Ниғмәтуллина, район Советы секретары Люциә Шәйәхмәтова, мәғариф бүлеге етәксеһе Эльвера Иманғолова, һәм, әлбиттә, ошо байрамды ойоштороусы Күсәрбай мәҙәниәт йорто директоры Гүзәл Аҡсулпанова, килгән халыҡты сәләмләп, ауылда балаҫ һуғыу эшен башлап ебәреүсе оҫталарға: Фатима Зарипова, Гөлтуташ Аҡсулпанова, Флүрә Аҡсулпанова, Нәзифә Насирова, Фәүзиә Аҡсулпанова һәм башҡа ағинәйҙәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Һүрәттә: Фатима апай йәштән балаҫ һуҡҡан
Гөлтуташ апай ҙа ғүмер буйы балаҫ һуҡҡан
Флүрә ханым онотолоп барған эште тергеҙеп ебәрә
Рәзил Насиров балаҫ һуғыу станоктары эшләй
Шөғөл йәш быуынға тапшырыла
Балаҫтарҙа милли биҙәктәребеҙ сағыла
Билбау яһау станогы илдә беорү генә ти йылайырҙар
– Аҫалы балаҫтарыбыҙ юрматы ерендә терелә башлағанына, уны һәр кемдең үҙ өлгөһөндә эшләп күрһәтеүенә шатбыҙ, – тип өндәште йыйылған халыҡҡа Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. – Йырлап-бейеп кенә эш бармай. Беҙгә онотола барған кәсептәрҙе тергеҙергә кәрәк, – тип артабан да камиллашыуға әйҙәне ағинәйҙәр етәксеһе һәм йәмғиәтебеҙҙә аҡһаҡалдар хәрәкәтен күтәрергә саҡырҙы:
– Атыбыҙ бар, ат эйәре, ҡамыт-дуға эшләүселәр юҡ. Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәндек, хәҙер беҙгә сыбыртҡы үреүселәр кәрәк, – тине ул. Ғөмүмән, ир-аттарҙан башҡа эш ҡыйратып булмағанлығын иҫкә төшөрҙө. Сөнки, мәҫәлән, ошо балаҫтарҙы ла балаҫ һуғыу станогынан тыш эшләп булмай ҙабаһа! Әйткәндәй, Күсәрбай ауылында Рәзил Насиров балаҫ һуғыу станоктары эшләй башлаған.
...Һәр башҡорт ауылындағы кеүек, Күсәрбайҙа ла балаҫ һуғыу кәсебе электән булған. Мәҫәлән, ошо ауыл ҡыҙы Фатима Зарипова менән Күсәрбайға килен булып төшкән Гөлтуташ апай ҙа йәштән балаҫ һуҡҡан. – Хәҙер инде олоғайҙым, – ти 84 йәшлек Фатима апай. – Бүреҡаҙған, Талаҫ һәм башҡа тирә-яҡ ауылдарҙан килеп һуҡтырып алалар ине.
Әйткәндәй, Флүрә апай Аҡсулпанова башта балаҫ һуғыу серҙәренә ошо инәйҙәрҙән өйрәнгән. Заманалар үҙгәреү менән күп кәсептәр юҡҡа сыға. Инде онотола башлаған был боронғо кәсепте Флүрә ханым йәнә тергеҙеп ебәрә. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, күңеленә бер уй килә: балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә тапшырып ҡалдырырҙай бер эш эшләгеһе килә һәм балаҫ һуғыу эшенә тотонорға ҡарар итә. Ул башта төрлө ауылдарҙа йәшәүсе оҫталарҙан һорашып сыға, ауылда станок таба алмағас, ситтән эҙләй башлай, эҙләй торғас, Ишембай районынан иҫке генә бер станок табып алып ҡайта. Балаҫ һуғыу эшенә үҙе ныҡлап өйрәнеп алғас, башҡаларға ла өйрәтә башлай. Шулай итеп, күреүебеҙсә, хәҙер Күсәрбайҙа балаҫ һуғыу кәсебен грантҡа тиклем алып барып еткергәндәр. Әлеге көндә мәҙәниәт йортонда балаҫ һуғыу оҫтаханаһы асылған, өйрәнергә теләүселәр өсөн бушлай туҡыу түңәрәктәре алып барыла. Шуныһы шатлыҡлы, хәҙер инде был кәсепте ололар ғына түгел, йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа ҙур теләк менән өйрәнә икән.
– Аллаға шөкөр, яратҡан шөғөлөм бар. Байлыҡ йыйыуҙы, аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуймайым, бөтә күңелемде биреп, йөрәгемде һалып эшләйем. Кеше үлгәс, үҙе менән бер нәмәне лә алып китә алмай, ә ҡылған изге ғәмәлдәр ҡала. Ошо кәсепте балаларға өйрәтеүемә шатмын. Был рухи, милли байлығыбыҙҙы киләсәк быуынға ҡалдырыу – үҙе оло бәхет, – ти Флүрә апай. Сара һуңында табын артында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Йылайыр ағинәйҙәре үҙҙәре яһаған хәситә, һырауыс кеүек милли кейемдәрҙе күрһәтте. Юғиһә беҙҙә ҡайһы бер ағинәйҙәр оло яулыҡ аҫтынан һырауыс урынына ҡытай түбәтәйен кейә. Элек башҡорттар ҡата, сарыҡ кеүек аяҡ кейемдәре кейгән, беҙ шуларҙы онотоп, калушҡа күсә башлағайныҡ. Был уңайлы ла, ҡупшы ла аяҡ кейемен йылайырҙар яңынан тергеҙеп ебәргән.
Федоровка районы Бала Сытырман ауылынан Роза апай, иләнгән аяҡлы аҡ йөндө буяғанда буяу уңмаһын өсөн эркет һыуын ҡайнатып, шунда буяу һалып, саҡ ҡына тоҙ һалып буяуҙары тураһында һөйләне. Элек буяу юҡ саҡта һуған ҡабығына, ат ҡолағына манып та буяғандар.
Балаҫты элек ялҡытмай торған, артыҡ сағыу булмаған, шул уҡ ваҡытта күңелде күтәрерҙәй төҫтәр менән һуҡҡандар. Был йәһәттән Йылайыр ағинәйҙәренең боронғо ысулдарҙы онотмауы һоҡландырҙы. Уларҙа турпыша һуғыу бар икән. Был инде сепрәктән һуғылған балаҫ була. Шунан уларҙа ирҙәр өсөн билбау ҙа һуғалар икән.
Бына шундай әһәмиәтле һәм тәрән йөкмәткеле байрам күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Артабан балаҫ байрамын уҙғарыу эстафетаһын Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Бишбүләк ағинәйҙәренә тапшырҙы. Был матур сараны уҙғарып, Күсәрбай халҡы үҙҙәренең уңғанлығын һәм берҙәмеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтмәксемен, хәҙер ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә бирнәгә балаҫ эҙләп йөрөргә түгел – Күсәрбай оҫталарынан барып һайлап алырға була. Дворян титулына эйә булған данлыҡлы Күсәрбай Аҡсулпанов тархандың вариҫтары тап шулай йәшәргә тейеш тә инде.
Роза ҠОБАҒОШОВА. Стәрлетамаҡ – Күсәрбай – Стәрлетамаҡ.
Автор һәм Р.МАНСУРОВ фотолары.
Читайте нас: