Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
15 Ноябрь 2018, 19:11

Пенсионерҙар һалым түләйме?

Рәсәй төбәктәренең күбеһендә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн төбәк ташламаларын һаҡлау тураһында закон ҡабул ителгән. Ә закон ҡабул ителеп өлгөрмәгән төбәктәрҙә төҙәтеүҙәрҙең яҡын-арала раҫланып, йыл аҙағына тиклем көсөнә инеүе көтөлә.

2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсия алды йәшендәге кешеләр йорт, фатир һәм гараж өсөн һалымды бөтөнләй түләмәйәсәк, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Сөнки 2019 йылдың 1 ғинуарынан 55 йәше тулған ҡатындар һәм 60 йәше тулған ирҙәр милек һалымы буйынса ташлама аласаҡ. Элек быға бары тик пенсионерҙар ғына хоҡуҡлы булған. Илле биш һәм алтмыш йәштәре тулған граждандар (әлеге ваҡытта ошо йәштән пенсияға сығыу үҙ көсөндә) ер һалымы һәм физик шәхестәрҙең милек һалымы буйынса федераль ташламалар менән файҙалана аласаҡ. Йәғни песияға сыҡҡансыға тиклем үк улар пенсионерҙарҙа булған өҫтөнлөктәр менән файҙаланасаҡ. Ләкин бында һәр милексе үҙенең индивидуаль милкенән сығып эш итә. Закон рәсәйлеләрҙе өҫтәмә социаль гарантиялар менән тәьмин итеү маҡсатында эшкәртелгән. Рәсәй төбәктәренең күбеһендә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн төбәк ташламаларын һаҡлау тураһында закон ҡабул ителгән. Ә закон ҡабул ителеп өлгөрмәгән төбәктәрҙә төҙәтеүҙәрҙең яҡын-арала раҫланып, йыл аҙағына тиклем көсөнә инеүе көтөлә.
Читайте нас: