Был ташламалар 2019 йылдың 1 ғинуарында тамамланырға тейеш ине. Күптән түгел генә яңы нормалар индерҙеләр һәм уның буйынса электрон хеҙмәт алыусылар 2021 йылға тиклем 30 процентлыҡ ташлама менән ҡуллана аласаҡ.
Мәҫәлән, сит илгә сығыу паспортын алыу өсөн портал аша түләгәндә 3500 һумға тура килә, ә интернет аша эшләмәгәндә ул 5 мең буласаҡ. Интернет аша мөрәжәғәт итеү сиратта тормау ваҡытын, юлға сығымдарҙы экономиялағанын да онотмайыҡ.
Бындай ташлама менән шулай уҡ паспорт, водитель танытмаһын алғанда, уны яңыртҡанда, транспортты теркәгәндә, никахты һәм айырылыуҙы теркәгәндә ҡулланырға мөмкин.