Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
19 Декабрь 2018, 18:19

Ҡыш бабай кескәйҙәрҙе компьютер аша ҡотлай

Ҡыш бабай компьютер аша сабыйығыҙҙы исеме менән өндәшеп, уға нисә йәш булыуын, яратҡан һөнәрен белгәндәй булып Яңы йыл менән ҡотлай ала.

Mail.ru сервисы күптән түгел генә яңы сервисты тоҡандырҙы. Уның менән ата-әсәләрҙең күпселеге файҙалана башланы ла инде. Видео ҡотлау алыу өсөн ни бары https://newyear.mail.ru сайтына инергә кәрәк һәм унда улығыҙҙың йә ҡыҙығыҙҙың исемен, нисә йәш булыуын, уның яратҡан шөғөлөн яҙырға кәрәк буласаҡ. Был мәғлүмәтте индергәндән һуң видео яһала һәм шунда уҡ ҡарарға мөмкин. Исемдәр бик күп шуға ҡайһы бер исемдәр булмауы ла мөмкин, шулай ҙа был осраҡта ла ҡыш бабай исемде әйтер урынына "ейәнем" тип өндәшәсәк.
Ҡыш бабайҙың өндәшеп ҡотлауы сабыйҙарға бик оҡшай. Шуныһы бар, әкиәт геройы рус телендә ҡотлау һүҙҙәрен әйтә. Бәлки арабыҙҙа видеоны ҡыш бабай башҡортса һөйләрлек итеп яһап, уны башҡорт исемдәренә программа яһарҙай кеше табылыр.
Читайте нас: