Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
26 Ғинуар 2019, 13:06

Рус география йәмғиәте экспедицияһы Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү өсөн Ишембай районына юлланды

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе экспедицияһы ғинуар башында республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы указы менән булдырылған Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү өсөн Ишембай районына юлланды. Геопарк составына махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре — Торатау менән Йөрәктау, шулай уҡ ике райондың башҡа үҙенсәлекле объекттары индерелде. Улар — Ромадановка йырыны, Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың тирә‑яғы, Туғарһалған күле, Алатау биләмәһе, Этҡол һаҙлығы, «Ишембай» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев һәм Ташөй мәмерйәләре, Кәлимосҡан ҡаяһы.
Ҡаргиҙәрҙәрҙәге экспедицияны Ишембай районы хакимиәте, «Рада» клубы һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойошторған. Экспедиция составында — 17 кеше.
Сәфәрҙең маҡсаты — геопаркта тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу, мәмерйәләрҙе, шишмәләрҙе, шарлауыҡтарҙы, һаҙлыҡтарҙы, күлдәрҙе ҡарау, Торатауға артылыу, геопарктың буласаҡ туристик маршруттарын һынау.
Маршрут Иҫәкәй, Маҡар, Егән, Ғүмәр, Этҡол, Хажы, Һайран, Иҫкесәк, Көҙән ауылдары тирәһенән уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1265511-ekspeditsiya-rgo-otpravilas-v-ishimbayskiy-rayon-chtoby-opredelit-granitsy-geoparka-toratau/
Читайте нас: