Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
27 Ғинуар 2019, 16:47

Бөгөн Ғабдрахман Ҡадировтың тыуған көнө

Бөгөн Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улының тыуған көнө.

Ғабдрахман Фәйзрахман улы Ҡадиров 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй, улар 1946 йылдан Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында, артабан Башҡортостандың Туймазы районы Илсембәт ауылында, 1948 йылдан Белорет ҡалаһында йәшәй.


1951 йылдан Ғабдрахман Ҡадиров Өфөлә йәшәй. 7-се, 27-се һәм 23-сө мәктәптә, Өфө авиация техникумында уҡый. Юғары белемде Ленинградтағы П. Лесгафт исемендәге физик культура институтында ала.


Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда — Мәскәү, 1968 йылда — Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа — Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай. Ер йөҙөндә спортта бындай юғары ҡаҙаныштарға башҡа бер кемдең дә өлгәшкәне юҡ.


Артабанғы йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья ул булған.


Совет спортын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм шәхси уңыштары өсөн мотоуҙышсы «Почёт Билдәһе» ордены һәм «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана.


1993 йылдың 31 июлендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.


Спортсының ҡатыны — Башҡортостандың популяр эстрада йырсыһы Нәзифә Ҡадирова.

Читайте нас: