Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Февраль 2019, 14:11

“Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” тип аталған конференция үтә

Төркөмдөң концерты була тип уйлап ҡуймағыҙ. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ, Октябрь проспекты, 2) “Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” тип аталған конференция үтә.
Уны ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм Cтәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашлығында урындағы Башҡорт йәштәре ҡоролтайы әҙерләй.
Әүҙем йәштәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә йыйына.
Сара 16.00 сәғәттә башлана. Унда шулай уҡ, Башҡортостан башҡорт йәштәре лидеры булараҡ, "Арғымаҡ" төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов та ҡатнаша. Концерт булмаһа ла, Ринат бер нисә йырын башҡарырға вәғәҙә итә.
Читайте нас: