Ғалимдар подгузниктар ҡулланыу демографияға кире йоғонто яһай тиһәләр ҙә, замана ата-әсәләре бала ҡарауҙа ярҙам итеүсе подгузниктарға ныҡлап һалышып алды. Кейҙерәһең дә ваҡыты еткәс ташлайһың да ул, ә бына һаулыҡҡа зыян итмәй микән. Роскачество был һорауҙы үҙ алдына ҡуйған һәм Рәсәйҙә популяр һаналған подгузниктарҙы тикшереп сыҡты. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, арзан һәм ҡиммәтле подгузниктар ҙа хәүефһеҙ тигән һығымта яһалған. Шулай ҙа сифат билдәһен 5 сауҙа маркаһы ғына ала алған.
Подгузниктарҙың төп маҡсаты һыуҙы үҙенә һеңдереп, оҙағыраҡ ваҡыт уны тота алыу. Роскачество талаптары буйынса подгузник 270 граммдан да аҙыраҡ булмаған шыйыҡсаны һеңдерә алырға тейеш. Был тикшереүҙе подгузниктарҙың ике төрө генә үтә алмаған, ә шулай ҙа ГОСТ талаптарына барыһы ла тура килгән, уның буйынса 3 секундҡа тиклем ваҡыт эсендә 80 сантиметр куб күләмендәге шыйыҡса һеңергә тейеш. Ә тесттар араһында тағы ла бер ҡыҙыҡлыһы бар ул, һеңдерелгән шыйыҡсаны кире сығармау, йәғни 240 грамм шыйыҡсанан 6 граммдан артығы кире ағып сығырға тейеш түгел. Бындай талапты тик 13 марка аҫтында сығарылған тауар үтә алған, араларында 1 грамм да бүлеп сығармаған лидерҙар ҙа бар. Ғәҙәттә ата-әсәләр бындай һандар тураһында ҡыҙыҡһынмай, ә ҡаптың тышына ҙур хәрефтәр менән яҙылған «Тын алыусы» подгузниктарға ышанысын белдерә. Тик бына Роскачество ундай «Тын алыусы» подгузниктарҙың бөтөнләй булмауын иҫбатлай. Яуабы ла уның ябай, һауа үткәргән подгузник нисек һыуҙы тоторға тейеш?