Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Июль 2019, 13:57

БЕСӘЙ ҺӘМ ЭТ ӨСӨН ҠУНАҠХАНА

Эх ял итке килә, тик бына Мыраубикә менән Аҡбайҙы кемгә ҡалдырып торорға һуң? Стәрлетамаҡта хәҙер отпускаға йыйынғанда йорт хайуандары өсөн борсолмаҫҡа мөмкин, сөнки уларға махсус ҡунаҡхана асылды. Эйе һеҙ диңгеҙҙә ятҡанда, этегеҙ ҙә, бесәйегеҙ ҙә ел-һыуыҡ аҫтында, ас тамаҡ менән урам буйлап елдереп йөрөмәйәсәк, ә оҫта ветеринарҙар күҙәтеүе аҫтында, туҡ һәм уңайлы шарттарҙа йәшәйәсәк. Һеҙҙең генә түгел, яратҡан йән эйәһенең дә ялы тыныс һәм яҡшы үтер. Күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты ла юғары, унда ”люкс”, “комфорт” һәм “эконом” шарттар ҡаралған. Тыныслыҡ урамы 160 адресы буйынса урынлашҡан зооҡунаҡхананы асыу тантанаһында йорт хайуандары уңайлыҡтарҙы һынап ҡараны ла инде. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереү ҡиммәт тә түгел, иң мөһиме дүрт аяҡлы йомшаҡ дуҫыбыҙ һеҙҙе яҡшы ялдан ҡойроҡ болғап ҡаршы алып торор.

Читайте нас: