Шунда уҡ картаға аҡса һалырға ла була. Бының өсөн банкоматтарҙа махсус меню эшләнгән. Картаны шулай уҡ мобиль ҡушымта аша ла тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн һатып алынған карталағы КюАр кодты кеҫә телефонының камераһынан үткәреү ҙә етә. Киләсәктә «Алға» берҙәм транспорт картаһын һатыусы банк офистары тағы ла артасаҡ.
Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Азамат Сәлихов: “«Алға» картаһын 12 июлдән һата башланыҡ. Банкка бит кеше йыш йөрөй. Беҙҙә һатып алыу уңайлыраҡ. Бынан тыш, башҡа процедураларҙы ла шунда уҡ эшләргә мөмкин. Һорау тыуһа, консультанттар ярҙам итергә әҙер”, – тип белдерә.