Яңы йылытҡыс һатып алырға
Иң сифатлы йылытҡыс та күп тигәндә ун йыл ҡулланыуға яраҡлы. Бәлки, уны алмаштырырға ваҡыт еткәндер? Көнкүреш техникаһы магазинында улар уртаса өс-дүрт мең һум тора, ә һаулыҡ йәки йорттағы башҡа милек был хаҡтан күп тапҡырға ҡиммәтерәк.
Статистиканан күренеүенсә, һыуыҡтар башланыу менән янғындар һаны өстән бер өлөшкә арта. Иң таралған сәбәптәрҙең береһе – сифатһыҙ йылытыу техникаһы һәм иҫкергән сымдар. Үҙаллы эшләнгән йылытҡыстар «рус рулеткаһы» кеүек: бер көн эш көйлө бара кеүек, ә икенсе көн – бәлә. Уларҙы бөтөнләй ҡулланырға ярамай.
Яңы йылытҡыс һеҙҙе оҙаҡ йылдар йылытасаҡ һәм шатландырасаҡ, тик ваҡ-төйәк ремонтын ваҡытында башҡарыу, саң-туҙандан таҙартыу (ул янып китеүе ихтимал), проводына зыян килтермәү, розеткаға ҡуйғанда һәм алғанда һаҡсыл булыу ғына шарт. Бер юлы бер нисә электр йылытҡысы ҡуймағыҙ – йорттағы электр сымдары көсөргәнешкә сыҙамауы ихтимал. Ә инде уны төнгөлөккә эшләтеү, өҫтөндә кер киптереү, ҡорған, кейем-һалым һәм тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар янында ҡалдырырға ярамағанын үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ!
Машинаның
тәгәрмәсен алмаштырырға
Шуныһы ғәжәп: меңдәрсә водитель әле булһа нимәгәлер өмөт итә, буғай, сөнки һаман йәйге тәгәрмәсен алмаштырмаған. Улар әллә киренән йәй булыр тип уйлай, әллә үҙҙәрен үлемһеҙ тип һанай.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектәге уртаса температура биш градус йылыға төшөү менән ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә кәрәк. Уларҙың һүрәте бер иш булырға тейеш. Әгәр төрлө булһа, тормозға баҫҡан саҡта машинаны протекторҙары бәләкәйерәк булған тәгәрмәстәр яғына һөйрәйәсәк.
Миҙгел алмашынған осор – бик ҡурҡыныс мәл. Көндөҙ 12 градус йылы тороуы, ә иртәнсәккә ҡырау төшөүе, туңдырыуы ихтимал. Шуға күрә алмаш тәгәрмәстәрегеҙҙе алып, автосервисҡа барырға күптән ваҡыт. Ҡапыл ғына һыуытһа, оҫтаханаларҙа сираттар барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә өсәр-дүртәр көн алдан яҙылыу шарты ҡуялар. Ә әлегә уларҙа сират юҡ, иркенләп алмаштырырға мөмкин.
Тәгәрмәстән тыш, ҡышҡы май ҡойоғоҙ, һыуытыу, тәҙрә йыуыу өсөн тәғәйен шыйыҡсаларҙы алмаштырығыҙ, аккумуляторҙың зарядын һәм фарҙарҙы тикшерегеҙ. Ихтыяж булһа, лампаларҙы һәм һаҡлағыстарҙы яңыртығыҙ.
Әгәр бер көн йылы булып, икенсе көнөнә ҡапыл һыуытһа, юлдарҙа боҙлауыҡ булһа, ныҡ итеп ҡар яуһа, машинағыҙҙы ихатала ҡалдырып тороғоҙ (айырыуса тәжрибәгеҙ самалыраҡ водитель булһағыҙ) – бензинға киткән арыу уҡ аҡсағыҙҙы һәм нервыларығыҙҙы һаҡларһығыҙ.
Һыуҙа батыусыны ҡотҡарырға өйрәнергә
Йылға һәм күлдәр йоҡа боҙ менән ҡаплана башлаған мәл ололар өсөн дә, балалар өсөн дә үтә хәүефле. Йыл һайын ошо осорҙа тиҫтәләрсә кеше, айырыуса балалар һәләк була. Әгәр йәшәгән ерегеҙ һыу ятҡылығына яҡын булһа, балалар менән хәүефһеҙлек тураһында һөйләшегеҙ: яңы боҙ менән ҡапланған йылға йәки күл өҫтөндә йүгерергә, һикерергә, боҙҙоң ҡалынлығын аяҡ менән тибеп тикшерергә, бер урында күмәк кеше йыйылырға ярамай. Бер кеше менән икенсеһенең араһы мотлаҡ биш-алты метр булырға тейеш.
Әгәр ҡапыл боҙ ярылып, һыуға төшөп китһәгеҙ, боҙ аҫтына китмәҫ өсөн ҡулдарығыҙҙы ике яҡҡа йәйегеҙ ҙә киҫкен хәрәкәттәр яһамайынса ғына боҙ ситенә тотонорға һәм өҫкә ҡалҡынып сығырға тырышығыҙ. Әгәр боҙ һеҙҙе күтәрһә, ипләп кенә ярға табан шыуышығыҙ.
Әгәр иптәшегеҙ йәки осраҡлы рәүештә берәйһе боҙ аҫтына китһә, шунда уҡ ярҙамға ташланмағыҙ. Бәләгә тарыусыға ярҙам итәсәгегеҙҙе ҡысҡырып белдерегеҙ – был уға көс һәм ышаныс өҫтәйәсәк. Бәләгә тарыусыға табан ипләп кенә шыуышығыҙ һәм — өс-дүрт метр ара ҡалғас, таяҡ, бау, шарф йәки башҡа шуның ише әйбер ташлағыҙ. Бәләгә тарыусыны тартып сығарғас, икәүләп ярға табан ыңғайлағыҙ, хәүефле ерҙе үтмәйенсә аяғөҫтө баҫмағыҙ.
Йылы кейемдәрегеҙҙе барлағыҙ
Һалҡын мәлдә генә түгел, һауа температураһы плюс булғанда ла, көслө ел, еүеш йәки үтә тар кейем, аяҡ кейеме арҡаһында тәнде өшөтөргә мөмкин. Ғәҙәттә, иң тәүҙә сикәләр, ҡолаҡтар, аяҡ һәм ҡул бармаҡтары зыян күрә. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағығыҙ килһә, кейемегеҙ, йылы булыу менән бер рәттән, һыу үткәрмәҫкә тейеш.
Ҡышҡы аяҡ кейеменең тәбиғи күндән һәм тиренән тегелгәнен һайлау яҡшы – улар тиҙ туҙмай, йылыны һәйбәт һаҡлай. Ҡышҡы итектәр бер йәки ике үлсәмгә ҙурыраҡ булһын. Беренсенән, тар кейемдә аяҡ тиҙерәк өшөй, икенсенән, һалҡын көндәрҙә ҡатлап ойоҡбаш кейә аласаҡһығыҙ.
– Табанға тулыһынса баҫып атлағыҙ, ҡулығыҙҙы кеҫәлә тотмағыҙ – был тайып йығылыуҙан һаҡланыу саралары. Әгәр тайып китһәгеҙ, нисек тә ҡырын ҡоларға тырышығыҙ, был һеҙҙе етди йәрәхәттәрҙән, таз һәм умыртҡа һөйәгенә зыян килтереүҙән һаҡлаясаҡ. Берәй ерегеҙ һынды тип шикләнһәгеҙ йәки көслө ауыртыу тойһағыҙ, шунда уҡ травмпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ, – ти травматолог-ортопед Ринат Хәйруллин.
Балағыҙҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ
Ҡышҡыһын ҡараңғы тиҙ төшә, был үҙенә күрә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ҡараңғыла водителдәр абайлаһын өсөн балағыҙҙың кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдә булһын. Ул көнкүреш тауарҙары һатылған һәр магазинда бар, хаҡы ла ни бары йөҙ һум самаһы. Төнгө мәлдә ҡала ситендәге юлдарҙа йөрөүсе ололарҙың кейемендә лә яҡтылыҡ сағылдырыусы билдә булырға тейеш. Булмаһа, штраф – 500 һум.
Әгәр бала аҙашһа, нимә эшләргә тейеш – ошо хаҡта мотлаҡ һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, һеҙ ҡалалағы Яңы йыл шыршыһы майҙанын ҡарарға килдегеҙ, ти. Юғалышһағыҙ, ҡайҙа осрашырығыҙҙы алдан билдәләгеҙ: үҙәк инеү урыны йәки полиция пункты янында. Бала полиция хеҙмәткәрҙәренә йәки башҡа төрлө формалағы кешеләргә мөрәжәғәт итергә, уларҙан ярҙам һорарға тартынмаһын. Телефон һандарығыҙҙы яттан белһен йәки ҡаты ғына ҡағыҙға яҙып, баланың ҡаптырмалы кеҫәһенә һалып ҡуйығыҙ.
Статистиканан күренеүенсә, һыуыҡтар башланыу менән янғындар һаны өстән бер өлөшкә арта. Иң таралған сәбәптәрҙең береһе – сифатһыҙ йылытыу техникаһы һәм иҫкергән сымдар.
БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы