Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Ноябрь 2019, 18:00

Республикала 2019 йылда эшләнгән сит ил паспорттары яраҡһыҙ тип табылды

5 йылға бирелгән документтарҙы алыштырыу кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәт Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтында аша билдәле булды.

Асыҡланыуынса, февралдән октябргә тиклем эшләнгән сит ил паспорттарында техник хата киткән. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тимур Ярмуллин Европа илдәре буйлап сәйәхәт итеү хыялын тормошҡа ашырыу ниәтендә сит ил паспортын ала. Ул әҙер булғас виза ла эшләтә. Ләкин, сәйәхәт башланыр ваҡыт еткәс төп документ яраҡһыҙ булып сыға.
Республикала эшләтелгән сит ил паспорттарының яраҡһыҙ булыуы тураһындағы мәғлүмәт уҙған тәүлектә билдәле булды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итте.
Быйыл февралдән октябргә тиклем бирелгән сит ил паспортын ҡулланыу яраҡһыҙ тип табылды. Сәбәбе документ кодында хата китеүендә. Ә инде 10 йылға тиклем эшләтеүселәргә, шулай уҡ Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрский, Нефтекама һәм Межгорье ҡалаларына ҡағылмай. Йә иһә, сит ил паспортын алмаштырыу талап ителмәй.
Техник яҡтан ебәрелгән яңылышлыҡтар арҡаһында документты ҡабаттан эшләтеү талап ителә. Быйыл республика граждандары алған паспорттарҙа бүлексә һаны 0761 урынына, 020-006 тип күрһәтелгән. Ул тик биш йыллыҡтарға ғына ҡағыла. Һорауҙар буйынса миграция хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итеү кәрәк.
Александр Шутов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре: “Сит ил паспортын яңыһына алмаштырғанда пошлина түләү кәрәкмәй. Һәм ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләнә. Бының өсөн миграция һорауҙары буйынса бүлексәгә шәхсән килеп, Рәсәй һәм сит ил паспортын күрһәтеү мөһим”.
Документтағы хата ла тик ун айҙан һуң ғына билдәле була. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме турист сикте бер нисә тапҡыр үтеп өлгәргән дә инде. Туристик агентлыҡы вәкилдәре лә паспорттар менән бәйле ниндәй ҙә булһа ҡатмарлыҡтар осрамауын билдәләй.
Әгәр инде бөгөнгә тиклем хаталы сит ил паспорты менән путевка алынған икән, Федераль миграция хеҙмәте идаралығынан махсус справка булыу ҙа мөһим. Ул саҡта самолетҡа ултырырға ла, сикте үтергә лә рөхсәт биреләсәк.
БСТ сайтынан.
Фото АиФ.
Читайте нас: