Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Ноябрь 2019, 14:50

Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ!

Бөгөн, 14 ноябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 7-гә тиклем 21 участкала 2020 йылда йәмәғәтбиләмәләрен төҙөкләндереүгә тауыш биреү үтә. Ҡаланың 31-се мәктәбендә үҙ тауыштарын Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин үҙ тауыштарын бирҙе. Тауыш биреү ҡағыҙын йәшниккә һалғандан һуң, Владимир Иванович ҡала халҡын да Стәрлетамаҡта төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреп әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.Ҡала халҡы түбәндәге биш биләмәнең берәүһенә генә үҙ тауышын бирә ала:– “Салауат” кинокомплексы артындағы сквер;– Киров исемендәге парк;– Баҡса урамынан алып 23 Май урамына тиклем Стәрлейылғаһының яр буйы;– “Содовик” стадионы артында Сәләмәтлек паркы;– “Иҫке ҡала” йәйәүлеләр зонаһы.

Тауыш биреү өсөн участкаларҙың исемлеген беҙҙең сайттан ҡарағыҙ: https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/t-kl-ndere/Primite-uchastie-v-reytingovomgolosovanii-7967/
Читайте нас: