Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
18 Ноябрь 2019, 20:10

Башҡортостан милли спорт премияһына дәғүә итә

Спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса министр Руслан Хәбибов республика өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡыра.Дәүләт бүләге спорт өлкәһендә эшләгән белгестәрҙе дәртләндереү маҡсатында булдырылған.

Премия Рәсәй хөкүмәте тарафынан спортсылар, тренерҙар һәм был өлкәләге белгестәрҙең һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылған. Быйыл наградаға дәғүә итеүселәр араһында беҙҙең республиканан тыш, Краснодар һәм Красноярск крайҙары бар.
Бөгөндән Милли спорт премияһының рәсми сайтында тауыш биреү башлана. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. “Рәсәйҙең спорт обьекты” номинацияһында тәүге өсәү исемлегенә Салауат ҡалаһынан “Алмаз” спорт мәктәбе лә ингән. Уның йөҙөү бассейнында республика һәм ил кимәлендә төрлө ярыштар ойошторола.
Тауыш биреү Рәсәй Спорт министрлығы сайтында ойошторолған.
Читайте нас: