Белгестәр 50 йәштән өлкәнерәк 180 мең ҡатынға 10 төрлө тикшереү үткәргән һәм алынған мәғлүмәттәргә һығымта яһай барған. Был ҡатындарҙың ауырлығын 10 йылда өс тапҡыр үлсәгәндәр: тикшереү башлағанда, биш йылдан һуң һәм 4 йылдан һуң. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, ябыҡҡан ҡатындарҙа яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы кәмегән.
Биш килограмға тиклем ауырлығын юғалтҡандар араһында яман шеш менән ауырыусылар һаны 13 процентҡа аҙыраҡ булған, ә 9 килоға ябыҡҡандар араһында - 16, ә унан да күберәк ауырлыҡ юғалтыусылар араһында 26 процентҡа кәмегән.
Америка белгестәренең тәжрибәһенән сығып, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә һығымта яһай ала.