Шулай уҡ вице-премьер белдереүенсә, тиҙҙән Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙың балиг булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башлаясаҡ. «Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Һәр береһе айына 4 тапҡыр Яндекс. Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш». – тип һөйләне Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. Вице-премьер һүҙҙәренсә, таксмҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Ошо аҙнала Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә. Ветерандарға ошо номерға шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.Таксиға тапшыра.