Баҡсалары булғандар ер участкаһын 15 йылдан ашыу файҙаланырға тейешлеген беҙ яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бынан тыш власть органдары ла, яҡын-тирәләгеләр ҙә бер ниндәй дәғүә белдерергә тейеш түгеллеген дә баҡсасылар онотмаһындар ине. Сөнки муниципалитеттар комплекслы кадастр эштәренә заказ бирә икән, кадастр инженерҙары үҙаллы файҙаланған участкаларҙы асыҡлай һәм барыһын да үҙҙәренең отчетына теркәй. Ә инде “Росреестр” сиктәрҙе асыҡлау буйынса ҡарар ҡабул итеүе ихтимал. Иң аяныслыһы: баҡса менән файҙаланған өсөн һалымды түләтһәләр ҙә, был ерҙәрҙе шәхси милек итеп рәсмиләштереп булмаясаҡ.