Эштән бушатыласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Өфө ҡалаһы предприятиеларында (1608 кеше) көтөлһә лә, Стәрлетамаҡтың был йәһәттән 2-се урын биләүе (398 кеше) эсте бошора. Өсөнсө урында Сибай (148) тора.
Хеҙмәткәрҙәрен эшһеҙ ҡалдырыусы предприятиялар араһында беренсе урында «Өфө фанера-плита комбинаты» яуаплығы сикләнелгән йәмғиәт. Ошо предприятие ябылыу арҡаһында 529 кеше эшһеҙ ҡаласаҡ. Икенсе урында Стәрлетамаҡтың « Башҡорт сода компанияһы» тора, бында 137 хеҙмәткәрҙе эштән бушатырға уйлайҙар. Сәбәбе – аутсорсинг. Өсөнсө урында «Учалы таубайытыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы. Бында ҡулланыусылар мохтажлығы булмау сәбәпле 126 кешене эштән ебәрәсәктәр.
Эшһеҙ ҡалған кеше үҙе генә түгел, уның ғаиләһе лә хәйерселекккә дусар ителеүе йөрәкте һыҙлата. Был хәлде башынан үткәргәндәр генә аңлай. Ә ошо предприятиеларҙы ябыу, эшселәрҙе ҡыҫҡартыу, хеҙмәткәрҙәрҙе эшһеҙ ҡалдырыуҙы уйлап табыусылар мул тормошта йәшәүен дауам итә. Кеше ҡайғыһы уларға төштән һуң! Уларҙың йорттарын һаҡлаусы эттәре лә эшһеҙ ҡалғандарҙың балаларына ҡарағанда ун тапҡыр һыйлыраҡ ашай. Шулай түгелме?
Ҡала яңылыҡтарына таянып Римма ҒӘЛИМОВА.