Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
28 Ғинуар 2020, 20:00

ТЕАТР ДЕКАДАҺЫ ҮТӘСӘК

Өфөлә 30 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем театр декадаһы уҙғарыла. Унда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалалары театрҙары ҡатнаша.

Баш ҡала тамашасыһы 30 ғинуар сәғәт киске етелә М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә Сибай концерт-театр берекмәһе «Сулпан» балалар театрының «Батырҙарҙы данлар илем бар» тип аталған постановкаһын ҡарай ала. Ошо уҡ театрҙа 1 февраль көнө Туймазы татар драма театры Мостай Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған «Ауыл адвокаттары» спектаклен ҡарарға тәҡдим итә. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 3 февралдә «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Тажи Ғиззәттең «Башмағым» спектакле премьераһын күрһәтә, ә 4 февралдә Милли йәштәр театрында А.Әхмәтовтың «Үгәй ҡыҙ» пьесаһы буйынса балалар өсөн әкиәт ҡуйыла, тамаша 11.00 һәм 13.00 сәғәттәрҙә башлана.
Салауат башҡорт драма театры коллективы артистары башҡарыуында М.Буранғоловтың «Иҙеүкәй менән Мораҙым» башҡорт халыҡ эпосы буйынса яҙылған «Иҙеүкәй» пьесаһын өфөләр 6 февралдә «Нур» театрына барып ҡарай ала. 7 февралдә ошонда уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклен ҡарарға тәҡдим итә. Был көндә М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры тамашасыларын «Я – кулак. Я А-Н-Н-А» (М.Райцес) спектаклен ҡарарға саҡыра. Театр декадаһы 11 февралдә Стәрлетамаҡ урыҫ театрының «Севильский цирюльник» (П.Бомарше) комедияһын «Нур» театрында сәхнәләштереүе менән тамамлана.
Мәғлүмәт «Киске Өфө» гәзитенән алынды.
Читайте нас: