Ашҡаҙар
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
31 Ғинуар 2020, 12:25

Шәжәрәңде өйрәнәм тиһәң, “Башархив”ҡа рәхим ит!

Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу була. Сара Чукот һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарының алыҫ төбәктәрендә апрель айында уҡ башлана, ә ил буйынса 1 – 31 октябрҙә уҙасаҡ. Ғөмүмән, халыҡ иҫәбе Ер шарының 50 илендә алынасаҡ. Берләшкән Милләттәр Ойошма­һы программаһы тәҡдим иткән­сә, был эш кәмендә ун йылға бер тапҡыр башҡарылырға тейеш. Сираттағыһы ғәмәлгә йәмғеһе өс миллиард кешене йәлеп итәсәк.

Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙар­ҙың үҙенсәлеге – сараның һанлы форматҡа күсә барыуында. Ҡағыҙ бланктар урынына электрон планшеттар йәки махсус смартфон ҡушымталары ярҙам­ға килә. Мәҫәлән, Бойондо­роҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе биләмәһендә электрон иҫәп алыуҙы беренсе булып былтыр Беларусь үткәрҙе, быйыл был эшкә Рәсәй, Әрмәнстан, Ҡаҙағс­тан, шулай уҡ Украина ҡушы­ласаҡ тип көтөлә.

14 ғинуарҙа илебеҙҙә быйыл­ғы сараның талисманына конкурс иғлан ителде. Эштәр 10 февралгә тиклем ҡабул ителә­сәк. Унда ҡатнашыр өсөн иң тәүҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтында (https://www.strana2020.ru/) теркәлергә кәрәк.

Тарихта халыҡ иҫәбен алыу­ҙың әһәмиәте сикһеҙ. Төрлө белгестәр, айырым кешеләр ҙә әле һаман элекке шундай сара­ларҙа тупланып, архивта һаҡ­лан­ған мәғлүмәттәрҙе ҡуллана. Ғалимдар теге йәки был дәүер ваҡиғаларын өйрәнһә, граждандар үҙенең тамырҙарын асыҡ­лай. Шәжәрәңде барлау, ата-бабаларыңдың кем булғанын белергә ынтылыу айырыуса беҙҙең башҡорт халҡына хас. Ошоно күҙ уңында тотоп, былтыр көҙ көнө Милли музейҙа булдырылған Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан республикала уникаль эш тормошҡа ашырыла башланы.

“Башархив” (башархив.рф) проекты тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан халҡына бер быуат элекке – 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлү­мәт­тәренә юл аса. Интернетта һанлаштырылған 5740 ҡим­мәтле документты һәр кем ҡарай ала. Хәҙер быны баш­ҡарыр өсөн архивҡа барырға кәрәкмәй, ә компьютер йә башҡа гаджет аша юғарылағы порталға инергә генә кәрәк.

Ә йөҙ йыл әүәл булған был иҫәп алыуҙағы һәр крәҫтиән ғаиләһенә (ихатаһына) тулты­рылған бындай карточкалар Рәсәй Федерацияһының биш төбәгендә генә һаҡланып ҡал­ған! Уларҙа хужалыҡ һаны; ғаилә хәле; милләте; мал төрө һәм һаны; культуралар төрө буйынса сәсеүлектәр, көтөүлектәр һәм дөйөм ер майҙаны; ер биләү, ерҙән файҙаланыу һәм ерҙе ҡуртымға биреү майҙандары күләме; ауыл хужалығы ҡора­малдарының, сәнәғәт, сауҙа биналарының булыуы-булмауы теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, респуб­ликабыҙҙың Милли архивында 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре Өфө губернаһының биш – Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәре буйынса ғына һаҡланып ҡалған. Башҡортос­тандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышы буйынса документтар архивта юҡ, сөнки был биләмәләр (хәҙерге Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Учалы, Хәйбулла райондары) Ырымбур губер­наһына ҡараған. Өфө ҡала­һында иҫәп алыу уҙғарылмаған, ҡалалар буйынса 1923 йылғы архив мәғлүмәттәре бар, әммә улар әле һанлаштырылмаған. Йәмғеһе 19 муниципаль берәмек буйынса белешмәләр юҡ. Ә ҡал­ған 44 район халҡы “Башархив” порталына инеп, үҙе тураһында мәғлүмәт эҙләй ала.

Әгәр ҙә 1917 йылдарҙағы нәҫел-нәсәбегеҙ хаҡында бер нәмә лә таба алмаһағыҙ, рес­публиканың Милли архивында XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡараған бик күп документ һаҡлана. Тимәк, һәр кем туғанлыҡ тамырҙарын барлап, шәжәрәһен төҙөй ала.
Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА
Читайте нас: