Был ир танышыу сайтында ҡатындар менән яҙышып, бик оҫта итеп һөйөү хаҡында һайраған, ышаныстарын яулағас, уларҙы төп башына ултыртҡан.
Санкт-Петербург полицияһы шул ҡалала йәшәп ятҡан 31 йәшлек Өфө егетен тотҡан. Алексей профессиональ альфонс булыуҙа шик аҫтына алынған. Төньяҡ баш ҡалала ул ун йыллап йәшәй һәм, үҙе һөйләүенсә, яңы танышҡан ҡатындарын талай. Бер ҡатындың 12 мең һум аҡсаһын урлауын да таныған.
Алексейҙы ғәйепләп, полицияға ғариза менән 35 йәшлек ҡатын да мөрәжәғәт иткән. Уларҙың мөхәббәт тарихы танышыу сайтында башланған һәм ул ике айфонға, әсәһенең пенсия аҡсаһына торошло булған. Ирҙең профилендә "Ҡатындарҙы үҙемдең мәкерле маҡсаттарымда файҙаланам, аҡсаға ултыртам" тип яҙылған һүҙҙәре лә, ниңәлер был ҡатынды өркөтмәгән.
“Алексей менән интернет аша таныштыҡ. Ул миндә шунда уҡ яҡшы тәьҫир тыуҙырҙы, беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт башланды. Ай ярым тирәһе осрашып йөрөнөк. Көндәрҙән бер көндө ул юҡҡа сыҡты... минең 7-се, 8-се моделле ике айфон һәм 100 мең һумдан ашыу аҡса менән”, - тип һөйләгән алданған ҡатын.
Полицейскийҙарҙың фаразы буйынса, ир үҙ исеменән ҡатындар менән танышҡан, яратыуы тураһында һөйләгән, шунан, уларҙың мөлкәтен үҙләштергәндән һуң, юҡҡа сыҡҡан. Элек тә бер тапҡыр Алексейҙың урлашҡаны өсөн хөкөм ителгәнлеге билдәле.
Еңел аҡса яратҡан иргә ҡарата урлашыу, кеше әйберен үҙләштереү тигән статьялар буйынса енәйәт эше асылған, үҙе ҡулға алынған. Уның ҡанунды боҙоу эшмәкәрлегенең бөтә факты тикшерелә, тип белдерҙе Рәсәйҙең Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе Эске эштәр министрлығы.
Автор: Аклима Гизатуллина