Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
3 Февраль 2020, 18:00

Рөстәм Басиров “БСК”ның ойоштороу һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса йүнәлешен етәкләй

“Башҡорт сода компанияһы”ның ойоштороу һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса позицияһын Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эске сәйәсәт мәсьәләләре буйынса департаменты экс-башлығы Рөстәм Басиров биләүе мәғлүм булды.

Уның кандидатураһын БСК директорҙар советының 11 ағзаһы бер тауыштан хуплаған. Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге 3 класлы советнигы, 42 йәшлек Рөстәм Ришат улы Басиров үҙенең һөнәри тормошоноң ҙур өлөшөн власть органдарында эшләй: 8 йыл Стәрлетамаҡтың ҡала хакимиәтендә, 2 йыл Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтендә, 5 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәтендә, Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында.
Рөстәм Басиров 1977 йылдың 5 мартында тыуған. 1999 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын «Тарих» белгеслеге буйынса, ә 2006 йылда республика Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге аспирантураһын тамамлаған. Тарих фәндәре кандидаты. Дәүләт наградалары араһында – II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, шулай уҡ төбәк һәм дәүләт власы федераль органдарының ведомсво наградалары ла бар.
Читайте нас: