Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Сибай институты базаһында “Бабич вариҫтары” семинар-конкурсын иғлан итә. Асыҡ конкурста Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы районы, Сибай ҡалаһы йәштәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Рәхим итегеҙ, йәш ҡәләмдәштәр! Ярыштың асыҡ икәнен иҫәпкә алып, ҡулъяҙмаларын, йәғни, биш шиғырын һәр йәш кеше ебәрә ала. Уңышлы тип табылған шиғырҙар “Башҡортостан” гәзитендә лә ошо уҡ исем аҫтында донъя күрә барасаҡ. 24 йәшкә тиклемге йәш шағир табылһа, был – конкурстың уңышы булыр, моғайын, ти ойоштороусылар.
Сибай институты директоры вазфаһын башҡарыусы Азат Вәлиев вузда уҡыған йәштәргә Шайехзада Бабичтың ижады, ғүмере хаҡында һөйләп, улар менән ижадсы тураһында әңгәмә лә ҡора. Юғары уҡыу йорто йәш ижадсыларҙы ҡабул итергә әҙер! Йәш шағирҙар, һеҙҙән шиғырҙар көтәбеҙ! Уларҙы
[email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.