Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
4 Февраль 2020, 15:30

Рәсәй 14 февралдән Ҡытайға бөтә чартер авиарейстарын туҡтата

Рәсәй 14 февралдән Ҡытайға бөтә чартер авиарейстарын туҡтата. Журналистарға ошо хаҡта Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры, Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Мәскәү һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының дүрт ҡалаһы араһында даими рейстар йөрөй. Ләкин рәсәйҙәрҙе Ҡытай Халыҡ Республикаһынан алып ҡайтҡан чартер рейстарын 14 февралдә туҡтатыу күҙаллана.
«Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы граждандарыбыҙға Рәсәй Федерацияһына ҡайтыу буйынса яуаплы ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек. Был ошо граждандарҙың һаулығын һаҡлау өсөн эшләнә», — тип Голикованың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә Рәсәй менән Ҡытай араһында авиабәйләнеш сикләнде. Транспорт министрлығы авиакомпанияларға пассажирҙарҙы өйҙәренә ҡайтарыу өсөн Рәсәй ҡалаларынан Ҡытайға чартер рейстарын башҡарырға рөхсәт итте.
Башинформ.
Читайте нас: